Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Март 2023, 14:02

Радий Хәбиров хөкүмәттең һәм муниципалитеттарҙың эшен баһалаған критерийҙы әйтте

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү, унда ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү бөтә кимәлдәрҙәге власть өсөн мөһим бурыс булып ҡала.

«Республикала өс ирекле батальон ойошторолдо, улар бөгөн хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәй. Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ менән даими бәйләнештәбеҙ. Бер нисә көндән меңгә яҡын яугир ғаиләләре янына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтырға тейеш. Алғы һыҙыҡтағы егеттәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, айырыуса һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итербеҙ», – тине Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы ултырышында.

Хөкүмәт ағзаларының, хакимиәт башлыҡтарының, депутаттарҙың эшен тап уларҙың махсус хәрби операцияға бәйле бурыстарҙы ни тиклем һөҙөмтәле хәл итеү кимәленә ҡарап баһалармын, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы отпускыға ҡайтып килгән хәрбиҙәрҙе ҡаршы алыуҙы ойошторорға ҡушты, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: