Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Март 2023, 12:15

Радий Хәбиров мәғлүмәт сәйәсәте мәсьәләләре буйынса округ кәңәшмәһендә сығыш яһаны

21 мартта Ульяновскиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәмғиәттең мәғлүмәти именлеге һәм традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау мәсьәләләре буйынса округ кәңәшмәһендә сығыш яһаны. Уны Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев үткәрҙе, тип хәбәр итә республика Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Фекер алышыуҙа ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, шулай уҡ Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтары ҡатнашты.

Көн тәртибендә – Рәсәй йәмғиәтенә тышҡы деструктив мәғлүмәти һәм идеологик тәьҫиргә ҡаршы тороу, тарихи хәтерҙе һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, шулай уҡ мәғлүмәт киңлегендә Рәсәй суверенитетын нығытыу.

– Волга буйы федераль округы һәм бөтә ил өсөн мәсьәләнең көнүҙәклеге ап-асыҡ. Бөгөн йәмғиәтебеҙҙә геосәйәси көсөргәнешлеккә, махсус хәрби операция үткәреүгә һәм интернеттың йоғонтоһо артыуға бәйле етди социаль, сәйәси һәм коммуникация үҙгәрештәре бара, – тип билдәләне Игорь Комаров.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар терроризмды һәм экстремизмды пропагандалауға юл ҡуймау, ялған мәғлүмәт таратыу буйынса сараларҙы ҡараны. Халыҡтың хоҡуҡи белемен арттырыу мәсьәләһе тикшерелде.

Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында халыҡ менән үҙ-ара эш итеү механизмдары, халыҡтың министрлыҡтар һәм ведомстволар менән бәйләнеш булдырыуы, дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт менән көрәш тураһында һөйләне.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса республика етәксеһе журналистарға эштең асыҡлыҡ принциптары, халыҡты борсоған мәсьәләләр буйынса диалог төҙөү хаҡында һөйләне.

– Мәғлүмәт киңлегендә йәштәрҙең аҡылы һәм йөрәге өсөн мәғлүмәт көрәше бара. Башҡа төбәктәр менән фейктарҙы таратыуға ҡаршы көрәш буйынса тупланған тәжрибәбеҙ менән уртаҡлаштыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе еткерә белергә кәрәк. Беҙ уларҙың фекерҙәрен һәм борсоған һорауҙарҙы ишетергә, эшебеҙҙе аңлатырға тырышабыҙ. Уларға һәр ваҡыт дөрөҫ һәм мөһим мәғлүмәт алыу мөмкинлеге булдырыу мөһим.  
Читайте нас: