Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Март 2023, 10:56

Өфө мэры «Берҙәм Рәсәй»ҙең урындағы бүлексәһе секретары итеп һайланды

Ратмир Мәүлиевтың социаль селтәрҙәре
Фото:Ратмир Мәүлиевтың социаль селтәрҙәре

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев «Берҙәм Рәсәй»ҙең урындағы бүлексәһе секретары итеп һайланды. Был хаҡта ҡала башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте һәм әлеге вазифаның уның өсөн ышаныс билдәһе булыуын әйтте.

«Бөгөнгө көндә ҡала, партия алдында ҙур бурыстар тора. 450 йыллыҡҡа әҙерләнеү, инфраструктура объекттарын төҙөү, торлаҡ-коммуналь мәсьәләләр. Атҡараһы бурыстар байтаҡ. Яуаплылыҡ та ҙур. Беҙ партия проекттарын тормошҡа ашырыуҙы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итербеҙ. Ирекмәндәр йүнәлешен көсәйтербеҙ. Беҙ — бер команда. Маҡсатыбыҙ — Өфөнө һәр яҡлап үҙгәртеү», — тип яҙған Ратмир Мәүлиев.
Читайте нас: