Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Март 2023, 17:26

Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашты

Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Фото:Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов килде. Тәүҙә ул республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашты. Бынан тыш, сәфәр барышында «Беҙ бергә. Спорт» йәйге сурдлимпия уйындарын ойоштороу комитетының беренсе ултырышы, шулай уҡ Борай районында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы менән таныштырыу планлаштырыла.

«Ауыл өсөн бындай объекттар бик мөһим. Башҡортостанда халыҡтың күпселек өлөшө ауылда йәшәй – яҡынса 1,7 миллион кеше. Беҙ һәр ауылда тиерлек спорт инфраструктураһын булдырырға тырышабыҙ», – тине Башҡортостан Башлығы.

Одес Байсолтанов санкция баҫымы шарттарында урындарҙа спортты үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне. Шулай уҡ Башҡортостанға федераль күләмдәге барлыҡ спорт сараларын юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Борай районында ошондай заманса спорт комплексының асылыуы ҡыуаныслы. Рәсәй спортына ғәйәт ҙур санкция баҫымы яһалған осорҙа тәү сиратта төбәк спорт инфраструктураһын үҫтерергә кәрәк. Халыҡ, спортсылар мохтажлыҡ кисермәһен һәм спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн. Республиканың ошо йүнәлештә башҡарған эштәре ихтирамға лайыҡ.

Башҡортостанда спортты үҫтереү менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнәләр. Беҙ тармаҡ министрлығы булараҡ быны яҡшы күрәбеҙ. Бында спорт сараһының юғары кимәлдә үтәсәгенә шик юҡ. Шуға күрә ошондай күп яҡлы эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт», – тине ул.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 23 июлдән 3 авгусҡа тиклем республикала сурдлимпиясыларҙың «Беҙ бергә. Спорт» альтернатив уйындары үткәрелә. 

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-03-15/glava-bashkirii-vstretilsya-s-zamestitelem-ministra-sporta-rossii-odesom-baysultanovym-3178389

Читайте нас: