Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Декабрь 2022, 10:23

Радий Хәбиров республиканың дәүләт киң мәғлүмәт сараларына интервью бирә

22 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республиканың дәүләт киң мәғлүмәт сараларына ҙур интервьюһы була. Ул «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы (БСТ каналы), «Башҡортостан» ДТРК-һы («Россия 24» телеканалы) һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы етәкселәренең һорауҙарына яуап бирә. Һүҙ республиканың 2022 йылдағы төп ҡаҙаныштары һәм халыҡты борсоған проблемалар хаҡында бара.

Радий Хәбировтың ҙур интервьюһы бөгөн киске сәғәт 7-лә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24» телеканалдарында, шулай уҡ республика Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрҙәрендә күрһәтелә һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтында текст вариантында баҫылып сыға.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-12-22/radiy-habirov-dast-intervyu-gosudarstvennym-smi-respubliki-3082370

Читайте нас: