Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.93
-1.07
95.67
-1.16
65.84
+0.39
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Ноябрь 2022, 10:19

Дәүләт Думаһы бала тыуыуға һәм уны тәрбиәләүгә бәйле берҙәм пособие тураһында закон ҡабул итте

Берҙәм пособие балалы ғаиләләр өсөн пособиеларҙы алмаштыра.

2023 йылдың 1 ғинуарынан балалы ғаиләләр өсөн пособиелар бала тыуыуға һәм уны тәрбиәләүгә бәйле яңы айлыҡ пособие менән алмаштырыла. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы тейешле закон проектын ҡабул итте.

Пособие төрлө түләүҙәрҙе берләштерә: йөклөлөктөң беренсе аҙналарында иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға; баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләүгә; беренсе балаға (бөтә төбәктәрҙә лә бирелә); өсөнсө балаға (78 төбәктә генә һәм төрлө ҡағиҙәләр буйынса бирелә); 3 йәштән 8 йәшкә тиклемге балаларға (социаль яҡлау органдары түләй); 8 йәштән алып 17 йәшкә хәтлемге балаларға (Пенсия фонды түләй).

2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған бала өсөн пособиены ғаилә элекке йәки яңы ҡағиҙәләр буйынса алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-11-15/gosduma-prinyala-zakon-o-edinom-posobii-v-svyazi-s-rozhdeniem-i-vospitaniem-rebenka-3031022

Читайте нас: