Бөгөн Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.
«Ватаныбыҙ өсөн ошо мөһим көндәрҙә республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла мөрәжәғәт итергә теләйем.
Хөрмәтле яҡташтар! Беҙ ҡатмарлы, асылда һынылыш дәүерендә йәшәйбеҙ. Илебеҙгә, беҙҙең бөтәбеҙгә лә тышҡы яҡтан ҙур баҫым яһала.
Әммә беҙ бирешмәйбеҙ, сөнки Владимир Путин етәкселегендәге Рәсәй донъялағы элекке абруйын кире ҡайтара. Хәрби, иҡтисади ҡеүәтте үҫтерә. Яңынан ысын мәғәнәһендә көслө державаға әүерелә, күп полярлы донъяны ныҡлы яҡлай. Бындай Рәсәй дошмандарҙы ҡурҡыта, уларҙың асыуын ҡабарта. Улар беҙҙең дөйөм йортобоҙҙа ҡурҡыу һәм хаос сәсергә тырыша. Уларҙың маҡсаты – илебеҙҙе көсһөҙләндереү, ситләштереү һәм аҙаҡтан юҡ итеү.
Рәсәй – күп быуаттар дауамында дуҫ, татыу йәшәгән рус, башҡорт, татар, мариҙар, удмурт, сыуаш һәм башҡа йөҙләгән халыҡ. Шатлыҡтарҙы һәм юғалтыуҙарҙы бергә кисерәләр, бергә Тыуған ил һағына баҫалар. Шайморатов һәм Доставалов, Серафимов, Илһамов һәм Нәсибуллин кеүек.
Рәсәй Президенты, Юғары баш командующий Владимир Путин Өлөшләтә мобилизация үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был мәжбүри, әммә кәрәкле һәм төплө уйланылған ҡарар. Беҙҙең бурыс – Ватанды, алдағы референдумдарҙа үҙ ихтыярын белдереп, Рәсәйгә кире ҡайтырға теләгән Донбасс, Херсонщина, Запорожье халҡын һаҡлау өсөн берҙәм фронт булып сығыш яһау.
Мобилизация тураһында ҡарар бөтә ир-егеттәргә лә ҡағылмай. Запастағылар, хәрби тәжрибәһе, хәрби-иҫәп белгеслеге һәм һаулығы ныҡ булғандар хаҡында һүҙ бара. Республикала мобилизация штабы эшләй.
Хөрмәтле депутаттар!
Округтарҙа мәғлүмәти эште киң йәйелдереүегеҙҙе һорайым. Райондарға һәм ҡалаларға сығығыҙ, халыҡ менән осрашығыҙ, уларға Өлөшләтә мобилизация тураһында указдың положениеларын, махсус хәрби операцияның бурыстарын аңлатығыҙ.
Хөрмәтле башҡортостандар! Ҡәҙерле яҡташтар!
Хәҙер тотош илдә тиҙ арала дөйөм еңеү өсөн йәмғиәтебеҙҙе берләштереү тураһында саҡырыу яңғырай. Башҡаса килеп сыҡмаясаҡ!
Хөрмәтле коллегалар!
Ошо яуаплы мәл беҙҙән ифрат ҙур түҙемлек, аңлылыҡ, берҙәмлек талап итә. Яугирҙәребеҙгә һәм махсус хәрби операция бурыстарын үтәргә йыйынған яҡташтарыбыҙға шуны әйткем килә: беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Еңеү беҙҙең яҡта булыр!»
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.