07:14 (UTC+5), 21 Сентября 2022

Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация тураһында указ баҫылып сыҡты

Фото: Олег Яровиков
Альмира Давлетбаева

Рәсәй президенты сайтында бөгөн дәүләт башлығы ҡул ҡуйған өлөшләтә мобилизация тураһында указ баҫылған. Документҡа ярашлы, мобилизация 21 сентябрҙән башлана. Мобилизация буйынса саҡырылған граждандарға контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрби тигән статус бирелә, уларға тейешле күләмдә аҡса түләнә. Бынан алда төҙөлгән контракттар ҙа ғәмәлдә ҡала.

Өлөшләтә мобилизация осоронда контракт буйынса хеҙмәт иткән йәки мобилизацияланған граждандар сикке йәшкә етеү, һаулыҡ торошо буйынса йәки судтың иректән мәхрүм итеү формаһында яза тәғәйенләү тураһында ҡарары үҙ көсөнә инеүгә бәйле хәрби хеҙмәттән китергә мөмкин.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә өлөшләтә мобилизация үткәреү буйынса сараларҙы финанслауҙы тормошҡа ашырыу бурысы йөкмәтелде. Ил субъекттары башлыҡтары граждандарҙы Рәсәй Федерацияһының һәр субъекты өсөн Оборона министрлығы билдәләгән һанда һәм ваҡытта мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы тәьмин итергә тейеш.

Оборона предприятиеларында эшләгән граждандарға (был ойошмаларҙа эшләгән осорҙа) мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан кисектереү хоҡуғы бирелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-21/opublikovan-ukaz-o-chastichnoy-mobilizatsii-v-rossii-2958876

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика