Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Июнь 2022, 10:09

Рәсәй Хөкүмәте ауыл ипотекаһы программаһына тағы 7 миллиард һум бүлде

Был транш кредит алғандарға кредит буйынса 3% ставканы һаҡлап ҡалырға һәм тағы ла 17 мең ғаиләгә ипотека алырға мөмкинлек бирә.

Премьер-министр Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

«Бүленгән сумманың яртыһы яңы кредиттарға йүнәлтелә, шул рәүешле тағы 17 меңгә яҡын ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкин.

Ҡалғаны быйыл өсөнсө кварталда элек бирелгән 100 меңдән ашыу кредиты хеҙмәтләндереү өсөн тотонола», —  тине Мишустин.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-06-14/pravitelstvo-rossii-vydelilo-esche-7-mlrd-rub-na-programmu-selskoy-ipoteki-2839398

Читайте нас: