11:29 (UTC+5), 21 Марта 2022

Эльдар Вәлидов — Нефтекаманың яңы мэры

Фото: Олег Яровиков
Альмира Давлетбаева

Бишенсе саҡырылыш ҡала округы Советының бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарары менән Эльдар Вәлидов Нефтекама хакимиәтенең яңы башлығы итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул ҡала етәксеһе урынбаҫары вазифаһында эшләне.

«Был миңә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, ҡалабыҙҙың артабанғы үҫеше өсөн бар көсөмдө һалырға вәғәҙә бирәм. Беҙҙең бурыс — берҙәм команда менән шундай уҡ етеҙ темпта Нефтекаманы үҫтереүҙең ыңғай динамикаһын дауам итеү. Бөгөнгө шарттарҙа тап команда менән эшләү һәм берләшеү юғары һөҙөмтәгә, ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшергә мөмкинлек бирә. Беҙ ҡала өсөн күп эштәр башҡарҙыҡ, башланған проекттарҙы дауам итербеҙ», — тип билдәләне Эльдар Вәлидов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Нефтекама башлығы вазифаһын Ратмир Мәүлиев биләне. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһы хакимиәтенә эшкә күсте һәм Өфө мэры итеп һайланды.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-03-21/novym-merom-neftekamska-stal-eldar-validov-2736419

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика