
Бөгөн Нефтекамала бишенсе саҡырылыш ҡала Советының 20-се ултырышы үтте, унда депутаттар ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевтың отставкаһын ҡабул итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо вазифала ул 2019 йылдың мартынан бирле эшләне.
Нефтекама ҡала Советы рәйесе Радус Әхмәтшин 11 февралдә Советҡа Ратмир Мәүлиевтан вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ғариза килде тип билдәләне. Депутаттар был ҡарарҙы хупланы.
«Беҙ һеҙҙең менән өс йыл иңгә-иң терәшеп эшләнек, социаль һәм мәҙәни объекттар төҙөү буйынса ҙур эш башҡарҙыҡ, халыҡ янында булдыҡ. Башҡортостан Башлығы миңә икенсе вазифаға күсергә тәҡдим итте, мин, уның командаһы ағзаһы булғас, был тәҡдимде ҡабул иттем. Нефтекама – тыуып үҫкән ҡалам. Берлектәге эше өсөн ҙур рәхмәт, эш артабан да дауам итер, алда уртаҡ пландарыбыҙ күп. Һәр берегеҙгә ихлас рәхмәтлемен», – тине Ратмир Мәүлиев.
Депутаттар ҡарары менән Нефтекама хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыу беренсе урынбаҫар Эльдар Вәлитовҡа йөкмәтелде.
https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-02-14/deputaty-neftekamska-na-ocherednom-zasedanii-prinyali-otstavku-mera-goroda-ratmira-mavliev-2691820
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.