09:14 (UTC+5), 09 Сентября 2021

Башлыҡ тарихҡа ла, мәҙәниәткә лә, урамдарҙы төҙөкләндереүгә лә иғтибар бүлә — Башҡорт ҡоролтайы

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Башлығы Радий Хәбиров 8 сентябрҙә тура бәйләнеш ваҡытында милләттәштәребеҙҙең онотолған исемдәрен халыҡҡа кире ҡайтарыу һәм уларға ихтирам күрһәтеү кәрәклеге хаҡында әйтте.
Альбанов музейы бар, пландарҙа — Шаляпин музейын булдырыу. Республика етәксеһе Өфөлә яҙыусы Сергей Довлатов исемендәге мәҙәни объект асырға вәғәҙәләне. 112-се Башҡорт атлы дивизияһының легендар генералы Миңлеғәле Шайморатов тураһында хәтер тергеҙелде. Ил президенты Владимир Путин ярҙамы менән ул үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме менән бүләкләнде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, кинорежиссер Булат Йосопов башҡорт халҡының күренекле шәхестәренең онотолған исемдәрен кире ҡайтарыуға үҙ фекерен әйтте.
— Республика етәксеһе Радий Хәбировтың онотолған исемдәрҙе кире ҡайтарыу идеяларын дөрөҫ һәм мөһим тип иҫәпләйем. Беҙҙә Башҡортостанға һәм уның күп милләтле халҡына хеҙмәт итеү өлгөләре булырға тейеш. Генерал Шайморатов, Таһир Күсимов, Муллайән Халиҡов, Кәрим Хәкимов һәм башҡаларҙың өлгөләре ысын мәғәнәһендә мөһим! Ошо маҡсаттар өсөн спектаклдәр ҡуйыла, фильмдар төшөрөлә. Мәҙәниәт һәм сәнғәт — аңлы һәм яуаплы гражданин тәрбиәләүҙең иң яҡшы ҡоралдары. Республика Башлығының тарихтың һәм мәҙәниәттең тәрән бәйләнешенең мөһимлеген күреүе бик ҡыуаныслы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова ла Радий Хәбиров ҡатнашҡан тура бәйләнеш хаҡында фекере менән уртаҡлашты.
— Бик ентекле һөйләшеү килеп сыҡты, шул иҫәптән йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү темаһына ла. Был, тәү сиратта, «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу», «Башҡорт ихаталары» программалары тураһында. Радий Фәрит улына Өфөнөң Сипайлово биҫтәһенә, атап әйткәндә, Максим Рыльский урамын төҙөкләндереүгә бәйле һорау бирҙем. Башлыҡтың яуабы ҡыуандырҙы. Урамды Ҡашҡаҙанда эштәр тамамланғандан һуң ремонтлай башлайҙар. Әйткәндәй, республикала яңыртылған биләмәләрҙең, подъездарҙың шундай күп булғаны юҡ ине. Әлбиттә, әлеге йүнәлеш артабан да үҫешер, сөнки был – халыҡтың һорауы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика