Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Июль 2021, 16:50

Радий Хәбиров республиканың 26 муниципалитетында ғәҙәттән тыш хәл режимын индерҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың 26 муниципалитетында ҡоролоҡҡа бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимын иғлан итте.
Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәл режимы ағымдағы йылдың 28 июленә тиклем ғәмәлдә.
Республика етәксеһе бойороғо буйынса, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дыуан, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Илеш, Ишембай, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мишкә, Салауат, Туймазы, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Шаран райондарында, шулай уҡ Күмертауҙа ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: