07:50 (UTC+5), 19 Марта 2021

Башҡортостан етәксеһе «Сколково» вице-президенты менән Өфөлә IQ-парк булдырыу мәсьәләһен тикшерҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә «Сколково» фондың төбәк һәм халыҡ-ара үҫеш буйынса вице-президенты Юрий Сапрыкин менән осрашты.
Баш ҡалала IQ-парк - юғары технологиялар паркын булдырыу, шулай уҡ республикала инновациялар һәм технологик эшҡыуарлыҡ өлкәһендә фонд сараларын үткәреү осрашыуҙың төп темаһы булды.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан – Рәсәйҙең алдынғы инновациялы төбәктәре исемлегендә. Иҡтисад, социаль өлкә һәм инфраструктура үҫешенең интеграль күрһәткестәре буйынса республика – иң яҡшы унау иҫәбендә.
«Шул уҡ ваҡытта беҙ тик ултырмайбыҙ, бизнес өсөн яңы урындар әҙерләйбеҙ. Күптән түгел «Киләсәк фабрикаһы» үҙәген астыҡ, 20-гә яҡын коворкинг булдырҙыҡ, – тип һөйләне ул. – «Фән» милли проекты сиктәрендә республикала донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәге ойошторолдо. Был эштә партнерыбыҙ булып Сколково фән һәм технологиялар институты сығыш яһай. Алдынғы технологик проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн фәнде, бизнесты һәм инновациялы предприятиеларҙы берләштерәбеҙ. Ошо йәһәттән һеҙҙең ярҙамға иҫәп тотабыҙ».
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика хөкүмәте һәм «Сколково» фонды араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә Өфөлә IQ-парк - юғары технологиялар паркы булдырыла. Ул Зәки Вәлиди урамындағы буш торған офиста (32А) асыла.
1 из 5
«Беҙ Өфөләге яңы IQ-паркка ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Уны инновациялар үҫешендә көстәребеҙҙе берләштереү, фонд һәм уның партнерҙары мөмкинлектәренән файҙаланып, ошо эште координациялау өсөн майҙансыҡ итеп ҡарайбыҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Беҙ аралашыуға, алға китешкә, яңы сағыу һәм ҡыҙыҡлы идеяларға әҙер. «Сколково» төбәк операторы статусына эйә булыу беҙҙең өсөн бик мөһим.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика