Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
08:24 (UTC+5), 10 Октября 2019

Владимир Путин төбәктәрҙең һайланып ҡуйылған башлыҡтары менән осрашты

www.kremlin.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Рәсәй Президенты Владимир Путин 8 сентябрҙә – берҙәм тауыш биреү көнөндә һайланып ҡуйылған 19 төбәк башлығы менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Владимир Путин төбәк башлыҡтарын вазифаға һайланыуҙары менән ҡотланы.
«Һеҙгә эшегеҙҙең темпын кәметмәүегеҙҙе һәм ошо юғары вазифала һайлау алды кампанияһы осорондағы кеүек үк яҡшы эшләүегеҙҙе теләйем. Сөнки хәҙер һеҙгә ышанып тапшырылған биләмәләрҙә халыҡҡа биргән вәғәҙәләрҙе үтәү өсөн көсөргәнешле эшләргә кәрәк. Иң мөһиме – даими рәүештә йәмғиәттең тын алышын, халыҡтың нимә көткәнен һәм уларҙың һеҙҙең башҡарған эшегеҙгә ҡарашын тойорға. Ә был - иң мөһиме», — тине дәүләт башлығы.
Владимир Путин һайланып ҡуйылған етәкселәргә халыҡҡа иғтибарлы булыуҙарын теләне.
1 из 2
«Был ошондай юғары кимәлдәге һәр етәксенең эшендә бик мөһим. Телмәремде ябай ғына һүҙҙәр менән тамамлағым килә: һеҙгә уңыштар теләйем. Барығыҙҙы ла ҡотлайым һәм иң изге теләктәремде еткерәм».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика