08:22 (UTC+5), 02 Октября 2019

Радий Хәбиров «Валдай» Халыҡ-ара дискуссия клубында сығыш яһаны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 1 октябрҙә Сочиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй һәм ислам донъяһы: ике яҡ өсөн дә уртаҡ роль һәм үҙ-ара йоғонто» махсус сессияһында ҡатнашты. Сессия «Валдай» Халыҡ-ара дискуссия клубының XVI ултырышы барышында уҙҙы. Республика Башлығының сығышы республика биләмәһендә төрлө халыҡтарҙың һәм диндәрҙең дуҫлыҡ традицияларына арналды.
«Мин Башҡортостан Республикаһының хәҙерге заманда төрлө милләттәрҙең һәм конфессияларҙың дуҫ йәшәүенә үҙенсәлекле миҫал булып тороуын раҫларға тырышырмын», — тип белдерҙе республика етәксеһе.
Башҡортостанда йәшәгән 4 миллион халыҡтың 67 процентҡа яҡыны — мосолмандар, тип билдәләне ул. 36 проценты тирәһе — рустар, 30 проценты самаһы — башҡорттар, 24 проценты — татарҙар. Тағы бер нисә ҙур этнос, милләт, атап әйткәндә, сыуаштар һәм мариҙар, республика биләмәһендә улар 100 меңдән ашыу.
«Беҙгә республика цивилизациялар, төрлө конфессиялар киҫелешендә тора тип әйтеүҙәре оҡшамай, сөнки беҙ киҫелештә түгел, ә үҙәктә урынлашҡанбыҙ. Үҙәктә бөтәбеҙ ҙә дуҫ йәшәйбеҙ. Шуға күрә Башҡортостан — Евразия йөрәге тип йыш әйтәбеҙ», — тине республика Башлығы.
Радий Хәбиров Башҡортостанда милләттәрҙең һәм конфессияларҙың бер бөтөн булып йәшәүе: мосолмандарҙың — Пасханы һәм Раштыуаны, ә православие динендәгеләрҙең Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарын билдәләүе хаҡында һөйләне. Республикала һәр өсөнсө ғаилә — ҡатнаш, һәм ошондай ҡыҙыҡлы тәжрибәне башҡа төбәктәрҙә табыуы ҡыйын. Хәҙерге Рәсәй исламы үҙәге Өфөлә урынлашҡан, элекке, күптән билдәле «Ғәлиә» һәм «Усманиә» мәҙрәсәләре бар. Беҙҙең Рәсәй ислам университеты Ислам университеттары федерацияһына инә. Башҡортостанда дин таратыусылар менән проблема юҡ, бында мосолмандар-сөннәттәр йәшәй, республикала ваххабизм күренеше теркәлгән бер мәсет тә юҡ.
«Ошондай ҡыҫҡа тезистар, дәлилдәр менән мәҙәниәттәрҙең, диндәрҙең һәм милләттәрҙең бер-береһенә ысынлап та тәрән үтеп инеүен күрһәтергә тырыштым. Төп байлығыбыҙҙы шунда күрәбеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Беҙҙең төп байлығыбыҙ йыл һайын 18 миллион тонна нефть сығарыуҙа йәки нефть эшкәртеү заводтары эшмәкәрлегендә түгел, ә тап ошонда, тип әйтәбеҙ».
Үҙенең сығышы аҙағында Радий Хәбиров клуб ағзаларын республикабыҙҙа ултырыш үткәрергә саҡырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика