Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Июнь 2019, 09:05

Радий Хәбиров Шүлгәнташ мәмерйәһенең ябыҡ залдарын ҡараны

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Радий Хәбировтың Бөрйән районына эш сәфәре бар донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсия менән тамамланды. Унан алда республика етәксеһе мәмерйәнең үҙенсәлекле палеолит осоро рәсемдәрен һаҡлауға һәм төбәккә туристарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән шул уҡ исемдәге тарихи-мәҙәни комплекстың төҙөлөшө менән танышты. Музей Ласко, Шове, Руфиньяк, Франциялағы Арси-сюр-Кюр, Испаниялағы Альтамира мәмерйәләре янындағы башҡа комплекстарға оҡшатып эшләнә.
Проект буйынса, музей өс ҡатлы була, дөйөм майҙаны — 4 мең квадрат метрҙан ашыу. Бында Шүлгәнташ мәмерйәһенең дүрт залындағы ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең факсимилеһы булырға тейеш. Фәнни һәм тикшеренеү эштәре өсөн лаборатория комплексы, фонд һаҡлағыс, археология экспонаттары музейы эшләй. Музейға ингән ерҙе яҡтыртҡыслы һәм скульптура композицияһы — «Шүлгәнташ» логотибы менән яһалма һыу ятҡылығы биҙәй. Янында 300 урынлыҡ трибуналар менән урам эстрадаһы урынлаштырыла.
«Был музей ғына түгел, ә ҙур ғилми-тикшеренеү, мәғариф һәм этномәҙәни үҙәк була», — тип һөйләне Данир Ғәйнуллин. Объектты төҙөү хаҡы 350 миллион һумға баһалана.
Шүлгәнташ мәмерйәһендә Радий Хәбиров бер нисә, шул иҫәптән туристар өсөн ябыҡ залдарҙы ҡараны. Был 20 мең йылдан ашыу элек ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе һаҡлау маҡсатында эшләнгән. Башҡортостан етәксеһенә бөтә донъяла уникаль һаналған рәсемдәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй эштәр алып барыуҙары, ниндәй саралар күреүҙәре хаҡында һөйләнеләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә ғариза бирҙе. Мәмерйә барлыҡ экологик нормалар үтәлгән ҡурсаулыҡ биләмәһендә урынлашҡан.
«Әле беҙ туристар өсөн инфраструктура булдырыу өҫтөндә эш алып барабыҙ. Улар яҡшы, уңайлы шарттарҙа йәшәргә тейеш. Был Бөрйән районының иҡтисады өсөн дә мөһим. Киләһе йылда ошо эштең тәүге этабын тамамларбыҙ тип ышанам. Уникаль һүрәттәрҙе һаҡламау енәйәт булыр ине. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, был картиналар 20 мең йыл торған, һәм беҙҙең бурысыбыҙ – уларҙы һаҡлау», — тине Радий Хәбиров, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Республика етәксеһе ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәргә, ғалимдарҙан тыш, бер кемде лә яҡын юлатмауҙарын, яҡын киләсәктә шулай буласағын белдерҙе.
Читайте нас: