Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Март 2018, 09:00

Өфөлә йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй

Гөлфиә Акулова
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт үҙәге, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн Өфөлә, «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында (Ленин урамы, 25/29) «Һайлау-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй башланы. Ул иртәнге сәғәт 8-ҙә, һайлау участкалары менән бер үк ваҡытта, асылды һәм 19 мартҡа иртәнге 7-гә тиклем эшләй.
Матбуғат үҙәге киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре тауыш биреү барышы тураһында оператив мәғлүмәт һәм эксперттарҙан комментарийҙар алһын өсөн ойошторолған. Көн дауамында брифингтар үткәреү ҡаралған, уларҙа Рәсәй Президенты вазифаһын дәғүә иткән кандидаттарҙың һайлау алды штабы вәкилдәре ҡатнаша. Үҙәк һайлау комиссияһынан тура трансляция режимында республикала тауыш биреү барышы тураһында мәғлүмәттәр биреү күҙаллана. Журналистар һәм эксперттар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл уҙғарыла. Политологтар сәғәт һайын тауыш биреү барышына комментарий бирергә, килгән ялыуҙарҙы ҡарарға тейеш.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эшләү өсөн 180-дән ашыу киң мәғлүмәт саралары вәкиле теркәлгән.
Бынан тыш, бөгөн йәмәғәт күҙәтеүе буйынса колл-үҙәктең «ҡыҙыу элемтә» телефоны (347) 280-95-43 күп каналлы режимға күсерелде, шылтыратыуҙар тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау көнөндә төбәктәге 3452 һайлау участкаһында 10 меңдән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләй. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы булдырған йәмәғәт күҙәтеүселәре корпусы һайлау участкаларында граждандарҙың хоҡуҡтарын үтәүгә контроллек итә.
«Һайлау-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәгенең эш программаһы республика Йәмәғәт палатаһы сайтында баҫылған.
http://www.bashinform.ru/news/1129834-v-ufe-nachal-rabotu-obshchestvennyy-press-tsentr/
Теги:һайлау
Читайте нас: