Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Декабрь 2017, 07:00

Дмитрий Медведев һәм Рөстәм Хәмитовтың эш осрашыуы үтте

Олег Яровиков, Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
Олег Яровиков, Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың эш осрашыуы үтте. Яҡтар республиканың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен тикшерҙе.
Төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, атап әйткәндә, һүҙ транспорт системаһын үҫтереү, шул иҫәптән Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы хаҡында барҙы.
- Банктар, федераль Хөкүмәт менән уртаҡ эш варианттарын тәҡдим иттем. Дөйөм алғанда Дмитрий Анатольевич был идеяны хупланы, – тине осрашыу йомғаҡтары буйынса Рөстәм Хәмитов. – Хәҙер банк хужалары, финансистар менән был һорауҙы өйрәнәсәкбеҙ. 30 миллиард һумдан ашыу торған был ҡиммәтле объектты финанслау схемаһы табылыр һәм 2018 йылда уны тормошҡа ашыра башларбыҙ тип ышанам.
Башҡа әңгәмә темалары иҫәбендә – республикалағы эре предприятиеларҙың инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ 2021 йылда умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресын уҙғарыу.
- Дмитрий Анатольевич был теманы ихлас хупланы, форумды уҙғарыу менән бәйле Ауыл хужалығы министрлығына йөкләмәләр бирҙе. Әйтеп үткәндә, сараны уҙғарыу буйынса федераль ойоштороу комитеты булдырыла. Был беҙҙең өсөн һәйбәт яңылыҡ, сөнки федераль көстәр ҡушылыу менән финанслау ҙа буласаҡ, тейешле ойоштороу саралары ҡабул ителәсәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һәр ваҡыттағыса хәл тураһында оҙаҡҡа һуҙылған йөкмәткеле әңгәмә килеп сыҡты. Дөйөм алғанда, бөтә һорауҙар буйынса ла ыңғай ҡарарға килдек тип иҫәпләйем.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: