01:00 (UTC+5), 16 Ноября 2017

Рөстәм Хәмитов Төркиә Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Хөсәйен Дириоз менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 15 ноябрҙә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Төркиә Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Хөсәйен Дириоз менән осрашты. Өфөлә ул «Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумы» XIII махсуслаштырылған күргәҙмәлә ҡатнаша.
Осрашыу барышында яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, ғилми һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе.
«Төркиә – күптәнге һәм мөһим партнёрыбыҙ. Беҙҙең баҙарҙа Төркиә капиталы ҡатнашылығында предприятиелар эшләй. Илегеҙ компаниялары республикала бик күп объект төҙөнө. Артабан да бындай эш дауам итер тип ышанабыҙ», — тине республика Башлығы. Республика Төркиә компаниялары менән нефть химияһы, машина эшләү, ауыл хужалығы өлкәләрендә эшләй, тип билдәләне ул. Әммә шул уҡ ваҡытта Төркиә менән тауар әйләнеше бик бәләкәй, 233 миллион доллар тәшкил итә, был сумманың 97 проценты – беҙҙең эксперт, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рөстәм Хәмитов илсегә «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы конгресын уҙғарған саҡта Төркиә партнёрҙарының республикаға ныҡ ярҙам иткәндәре, 2021 йылда форумды уҙғарыу хоҡуғына Башҡортостан кандидатураһына булышлыҡ итеп, ҙур эш ойошторғандары өсөн рәхмәт әйтте.
«Беҙҙә мәҙәни йүнәлеш буйынса бәйләнештәр, һис шикһеҙ, үҫешергә тейеш. Артистарыбыҙ Төркиәлә күп тапҡыр сығыш яһаны. Бынан тыш, 2020 йылда Башҡортостан Республикаһында, Өфөлә донъяның 70-80 иле ҡатнашлығында Бөтә донъя фольклор байрамы үтә. Төркиәнән ижади коллективтарҙы көтәбеҙ», — тине республика етәксеһе.
Үҙ сиратында, Хөсәйен Дириоз үҙ иленең Рәсәй-Төркиә мөнәсәбәттәренә ҙур әһәмиәт биргәнен билдәләне.
«Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының мөһим субъекты булыуын иҫәпкә алып, төбәгегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтеререү беҙҙең өсөн ҙур мәғәнәгә эйә», — тине илсе. Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй һәм Төркиә араһында ике яҡтың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып һәм үҙ-ара ышаныс нигеҙендә ныҡлы хеҙмәттәшлек булдырылған. Рәсәй һәм Төркиә лидерҙары араһында ышаныслы мөнәсәбәттәр ҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ итә. Һуңғы ваҡытта ғына ике президент кимәлендә алты осрашыу булды. Уларҙың һуңғыһы Сочиҙа үтте, тип хәтергә төшөрҙө илсе һәм ул да шунда ҡатнашты һәм шунан Өфөгә килде.
«Рәсәй менән үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙҙә иң мөһим аспекттарҙың береһе – ул төбәк-ара хеҙмәттәшлек. Һәр Рәсәй субъекты менән бәйләнештәрҙе үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Төркиә Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика