03:40 (UTC+5), 10 Ноябрь 2017

Рөстәм Хәмитов XIV Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашты

Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Силәбелә XIV Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашты. Форумдың пленар ултырышын Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин һәм Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Нурсолтан Назарбаев асты.
Быйыл форумдың темаһы кешелек капиталын үҫтереүгә арналған. Унда Рәсәй Федерацияһы һәм Ҡаҙағстан Республикаһының төп министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, бер төркөм субъект, өлкә башлыҡтары, ике илдең ҙур бизнес вәкилдәре ҡатнашты.
- Рәсәй һәм Ҡаҙағстан – стратегик партнерҙар, союздаштар. Дәүләттәребеҙ дуҫлыҡ, күршелек, тигеҙ хоҡуҡлыҡ һәм бер-береңде хөрмәт итеү нигеҙҙәренә таянып бәйләнештәрен үҫтерә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. – Был нигеҙҙәргә тоғро ҡалыу артабан да бөтә өлкәләрҙә лә хеҙмәттәшлекте нығытыуға ярҙам итер тип ышанам.
Иҡтисад, социаль сәйәсәт, гуманитар өлкәләрҙә ҙур-ҙур мәсьәләләр даирәһен уратып алған төбәк-ара хеҙмәттәшлек уңышлы үҫешә, тип билдәләне дәүләт башлығы.
- Ике ил төбәктәре араһында бәйләнештәр юғары ныҡышмалылыҡҡа эйә булды. Мәҫәлән: быйыл Ҡаҙағстанда Рәсәй Федерацияһы субъекттарының 20-нан ашыу делегацияһы булды. Күп планлы төбәк-ара хеҙмәттәшлекте һәм кооперацияны киңәйтеүгә йүнәлтелгән аныҡ килешеүҙәр был сәфәрҙәрҙең һөҙөмтәһе булып тора, – тине Рәсәй Президенты. – Билдәләп үтәһем килә, Рәсәй Федерацияһы төбәктәре һәм Ҡаҙағстан өлкәләре араһында әле 400-ләп хеҙмәттәшлек эшләй. Был форум барышында Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы, Силәбе, Свердловск, Омск өлкәләре һәм Ҡаҙағстандың Павлодар, Төньяҡ Ҡаҙағстан, Көнбайыш Ҡаҙағстан һәм Кустанай өлкәләре араһында байтаҡ төбәк-ара документтарға ҡул ҡуйыласаҡ.
Владимир Путин хәбәр итеүенсә, форумға 2018-2023 йылдарға Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек комплекслы программаһы әҙерләнгән. Ул ике ил эшмәкәрлегенә төбәктәрҙе тағы ла әүҙемерәк йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта сауҙа-иҡтисади һәм инвестиция өлкәләрендәге хеҙмәттәшлеккә өҫтөнлөклө иғтибар бүленәсәк.
- Билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең һәм Ҡаҙағстан өлкәләренең күбеһенсә нәҡ ошо эшлекле башланғыстарына күрә йыл башынан үҙ-ара сауҙа артты. Ғинуар-август айҙарында ҡаршы тауарҙар һәм хеҙмәттәр тапшырмаһы 11 миллиард долларға етте. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда өстән бер өлөшкә күберәк, – тине Владимир Путин. – Рәсәйҙең Ҡаҙағстанда тупланған инвестициялары 10,8 миллиард долларҙан артты, ә Ҡаҙағстандың Рәсәйгә – 3 миллиард. Был һөҙөмтәлә туҡталып ҡалмау мөһим, шуға хөкүмәттәргә, ике яҡлы хөкүмәт-ара комиссияларға тауарҙарҙың, капиталдарҙың һәм эш көсөнөң хәрәкәте өсөн ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү буйынса өҫтәмә саралар ҡабул итергә ҡуштыҡ.
Кешелек капиталын үҫтереү темаһы ике дәүләттең иғтибар үҙәгендә тора һәм йылдам үҫешкән, шул иҫәптән һанлы технологиялар шарттарында айырым әһәмиәткә эйә була, тип билдәләне үҙ сығышында Нурсолтан Назарбаев. Шуның менән бәйле ул бөтә төп йүнәлештәр, шул иҫәптән мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт баҙарын һәм социаль яҡлау системаһын үҫтереү өлкәһендә уртаҡ эште көсәйтеү кәрәклеген билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика