ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Кесе йома, 12 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда тәүгә республика бюджеты тураһындағы закон проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар уҙҙы. 2018 һәм 2019, 2020 йылдарҙың план осорона бюджет тикшерелде. Проекттың тексы менән барлыҡ теләүселәр алдан уҡ таныша алды: ул
Дәүләт Йыйылышы сайтында һәм республиканың
рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылғайны.
Республиканың финанс министры Рида Собханғолованың һүҙҙәренсә, асыҡ тыңлауҙар – ул бюджеттың асыҡлығын күтәреү буйынса эштең мөһим өлөшө: республика халҡы бюджеттың килемле өлөшө нисек формалашҡанын һәм аҡсаның нимәгә тотонолғанын белергә хоҡуҡлы.
2018 йылда республиканың табышы 147,7 миллиард һум тәшкил итеүе көтөлә, уларҙың 121 миллиарды – һалым һәм һалым булмаған табыш, ҡалғаны федераль бюджеттан ингән аҡса буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ошо суммаға йыл дауамында төҙәтмәләр индерелеүе бар – федераль аҡсаның бер өлөшө төбәктәргә йыл дауамында бүленеүе мөмкин. Бюджеттың килем өлөшө 2020 йылға 153 миллиард һумға етер тип күҙаллана.
2018 йылда сығым өлөшөнөң дөйөм күләме 156,7 миллиард һум, 2020 йылда 161 миллиард тәшкил итәсәк.
Бюджет өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләү фонды йыл һайын 76,7 миллиард һум тәшкил итәсәк.
2018 йылда бюджеттың ярты сығым өлөшө, 80 миллиард һум, кеше капиталына инвестициялар тәшкил итәсәк – ул сығымдар: мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға, мәҙәниәткә, йәштәр сәйәсәтенә, спортҡа, социаль түләүҙәргә һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға.
Мәҫәлән: ҙур ғына сумма Башҡортостан мәктәптәрендә икенсе сменала уҡыуҙы бөтөрөүгә тотоноласаҡ, ул 2025 йылға тамамланырға тейеш. Уны яңы мәктәптәр төҙөү (был маҡсатҡа 3,4 миллиард һум һалынған) һәм булған мәғариф учреждениеларын капиталь ремонтлау һәм киңәйтеү иҫәбенә ғәмәлгә ашырырға мөмкин буласаҡ. Йыл һайын республика мәктәптәрендә 3,5 мең яңы урын барлыҡҡа килер тип күҙаллана.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә республика онкология диспансерының түләүле корпусын һалыу, ауыл ерендә фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һәм дөйөм практика табиптарының офистарын төҙөү буйынса ҙур сығымдар талап иткән проекттарҙы тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә финанс саралар 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға һәм 2020 йылда Бөтә донъя Фольклориадаһына арналған сараларҙы уҙғарыуға бүленәсәк. Бер төркөм мәҙәниәт объекты яңыртыуҙы көтә: улар араһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры, район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары.
Физкультура һәс спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға йыл һайын ике миллиард һумдан ашыу тотонорға күҙаллайҙар. Бында Башҡортостандың йыйылма командаларын тотоу, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашыу, юғары ҡаҙанышлы спортҡа дәүләт ярҙамы инә. ГТО нормаларын тапшырыуға йыл һайын 10-13 миллион һум бүленәсәк. Шулай уҡ бюджет тарафынан спорт объекттарын реконструкциялау күҙалланған. Республиканың финанс министры әйтеүенсә, Инорс биҫтәһендә бассейнды, Орджоникидзе районында боҙ һырғалағын, Ҡамышлы урамында спорт әҙерлеге үҙәген (бөтәһе лә Өфөлә) этаплап төҙөп бөтөү һәм Белоретта «Металлург» стадионын реконструкциялау көтөлә.
Йыл һайын 3 миллиард һум самаһы республика халҡының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотоноласаҡ. Атап әйткәндә, 2018 йылда беренсе сабыйҙары тыуғанда 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙәргә 325 миллион һум күҙалланған. Ошо программа буйынса сертификаттарҙы өс йыл дауамында ике меңдән ашыу кешенең алыуы көтөлә. Торлаҡ төҙөүгә аҡса йыйыу программаһы буйынса дөйөм сығымдар күләме 300 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк.
133 кеше закон проектын тикшереүҙә ҡатнашыу теләген белдерҙе, асыҡ тыңлауҙар барышында 11 кеше үҙ фекерен белдерҙе – алданған өлөшсөләрҙең проблемаларын хәл итеү юлдары, ауыл ерендә һыу тәьминәте системаһын реконструкциялау, һирәк ауырыу менән яфаланғандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү сығымдарын арттырыу кәрәклеге һәм башҡа күп нәмәләр хаҡында һөйләнеләр.
«Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары закон проектын икенсе уҡыуҙа тикшереүен дауам итәсәк, — тип аңлатма бирҙе асыҡ тыңлауҙарҙан һуң Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай спикеры Константин Толкачев. — Граждандар белдергән тәҡдимдәрҙе һәм иҫкәмәләрҙе закон проектын артабан камиллаштырыу эшендә һәм тотош республиканың бюджет сәйәсәтен төҙөүҙә ҡулланырға күҙаллайбыҙ».