17:20 (UTC+5), 26 Июль 2017

«Алексеевский» совхозы һатылмай һәм хеҙмәткәрҙәр ҡыҫҡартылмай — Башҡортостан башлығы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 26 июлдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө районының «Алексеевский» совхозында 2,5 гектар майҙандағы теплица комплексының икенсе сиратын асыу тантанаһында ҡатнашты.
«Алексеевский» совхозы оҙаҡ ваҡыт ауыл хужалығы йәһәтенән республикабыҙ витринаһы булды. Теплица хужалығы ҙур, илдә билдәле һәм һәр саҡ алдынғыларҙың береһе һаналды. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында ошо предприятиеның үҫеш динамикаһы юғалды, иҡтисади күрһәткестәр насарайҙы, — тине республика башлығы. — 1,3 миллиард һумға яҡын ҙур бурыс теплица хужалығына ғына түгел, бөтә комплексҡа табыш килтермәй башланы. Бурыс йыйылды, һәм беҙгә хәлде яҡшыртыу өсөн хәл иткес саралар күрергә кәрәк булды».
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, хужалыҡ иҡтисадын һауыҡтырыуҙың ҡулай алымдарын табыу мөһим ине.
Тәүҙә заманса теплицалар төҙөүҙе дауам итеү зарур. Төбәк башлығы фекеренсә, әлеге көндә был эш әүҙем алып барыла.
Иң аҙ иҫәпләүҙәр буйынса, 40 гектар — ул кәм тигәндә алты миллиард һум. Быны совхоздың үҙ көсө менән генә йырып сыға алмауы аңлашыла. Ситтән ярҙам кәрәк.
Әле «Алексеевский» совхозында 1,5 мең кеше эшләй.
«Яңыртыу һәм шуның менән бергә хеҙмәт коллективын һаҡлап ҡалыу кәрәклеген аңлайбыҙ. Ошоларҙан сығып, дәүләт унитар предприятиеһы форматында был эште башҡарып сығыу мөмкин түгеллеген иҫәпкә алып, «Алексеевский» совхозын акционерҙар милкенә тапшырырға һәм баҙарҙа аҡса эҙләргә, модернизациялау эшендә ҡатнашырға теләгән партнерҙар йәлеп итергә хәл ителде. Әгәр быны эшләмәһәк, «Алексеевский» үҙенең конкурентлыҡ һәләтен юғалтасаҡ», — тине Башҡортостан башлығы.
Уның һүҙҙәренсә, хәҙер варианттарҙы ҡарау бара.
«Бөгөн «Алексеевский» совхозының иҡтисади хәле маҡтанырлыҡ түгел. Унан да бигерәк, ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса бөлгөнлөккә төшөп бара ине. Предприятиены ошо хәлдән сығарырға кәрәк. Хәлде төҙәтергә мөмкин. Шәхси инвестор йәлеп итеп, федераль кредиттар, республика ярҙамы менән яңы һөҙөмтә булыр тип ышанам», — тип йомғаҡ яһаны Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика