Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Апрель 2017, 07:37

Рөстәм Хәмитов: «Урындағы үҙидара органдары республика халҡы өсөн иң мөһим һәм әһәмиәтле мәсьәләләрҙең төп өлөшөн хәл итә»

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 апрель, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 21 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Урындағы үҙидара көнөнә арналған тантаналы сарала сығыш яһаны. Республика етәксеһе муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һәм депутаттарҙы байрам менән ҡотлап, «Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы лауреаттарына наградалар тапшырҙы.
- Урындағы үҙидара органдары республика халҡы өсөн мәшғүллек, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, коммуналь хужалыҡ эше, юлдарҙы ремонтлау һәм башҡа нәмәләргә ҡағылышлы иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Тиҫтәләгән һәм йөҙләгән йүнәлеш араһынан биләмәләрҙе үҫтерерҙәй мөмкинлектәрҙе күреү зарур.
Республика биләмәләр үҫешенә байтаҡ ресурстар йүнәлтә, тип билдәләне төбәк Башлығы. Урал аръяғын һәм төньяҡ-көнсығыш буйынса комплекслы программалар ғәмәлгә ашырыла. Ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһы буйынса 1,7 миллиард һум үҙләштерелде. Заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттары, спорт майҙансыҡтары асылды. Тиҫтәләгән ауылға газ, һыу үтте, яңы юлдар һалынды. 430-ҙан ашыу ғаилә, нигеҙҙә, йәштәр, торлаҡ сертификаттары алды.
- Республика ауыл биләмәләренә финанс яҡтан ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк. Йыл һайын ошо маҡсатҡа 400 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Хәҙер был аҡсаларҙы тораҡ пункттарын төҙөкләндереүгә, юлдарҙы ремонтлауға ғына түгел, коммуналь хужалыҡты нығытыуға, янғын хәүефһеҙлеген күтәреүгә лә йүнәлтергә мөмкин.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостан инициативалы бюджетлау тәжрибәһен үҫтереү буйынса илдә иң яҡшыларҙың береһе булды. Уҙған йылда яҡынса 500 миллион һумға 500 самаһы проект тормошҡа ашырылған.
Былтыр республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән муниципалитеттарҙы Рөстәм Хәмитов айырыуса билдәләп үтте. Атап әйткәндә, Саҡмағош, Әлшәй, Салауат һәм Баҡалы райондары – сәнәғәт производствоһында үҫеш тиҙлеге буйынса алдынғылар. Иң яҡшы аграрийҙар иҫәбендә – Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Илеш, Дүртөйлө, Туймазы һәм бер төркөм район хеҙмәтсәндәре. Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Өфө, Иглин, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла райондары торлаҡты сафҡа индереү буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. Инвестиция әүҙемлеге буйынса алдынғы ун муниципалитет араһында – Салауат ҡалаһы, Бүздәк, Хәйбулла, Благовещен һәм Стәрлетамаҡ райондары.
- Республикабыҙ халҡы – йәмғиәттең именлеге ҡоролған нигеҙ ул. Алға табан барыу өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Һеҙ, муниципалитет етәкселәре, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, урындағы совет депутаттары, үҙегеҙгә йөкмәтелгән бөтә яуаплылыҡты яҡшы аңлайһығыҙҙыр тип ышанам. Беҙ граждандарыбыҙ менән бергә республика өсөн яуап бирәбеҙ. Кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу – беҙҙең уртаҡ бурыс.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: