Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
86.96
-0.15
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Февраль 2017, 15:31

Илдә йәйәүлене үткәрмәгән водителдәр өсөн яза көсәйтелә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Рәсәй Хөкүмәте йәйәүлене үткәрмәгән водителдәр өсөн штрафтарҙы арттырыу хаҡында закон проектын хупланы. Проект Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына төҙәтмәләр менән Дәүләт Думаһына индерелгән.
Әле йәйәүлегә юл бирмәгән водителгә 1500 һум штраф янай. Был — штрафтың минималь күләме, иң күбе 2500 һум булыр тип күҙаллана.
Яза водителдең йәйәүлегә, велосипедсыға, өҫтөнлөк менән файҙаланған башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға юл бирмәгәне өсөн ҡаралған.
Читайте нас: