Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Ғинуар 2017, 13:23
Радий Хәбиров Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп һайланды
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Радий Хәбиров Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп һайланды, тип хәбәр итә федераль киң мәғлүмәт саралары. Ҡала округы депутаттарының күбеһе Рәсәй Президенты Хакимиәте эске сәйәсәт идаралығы начальнигының элекке урынбаҫары кандидатураһын хупланы. Радий Хәбиров унда 2009 йылдан алып эшләй, ә уға тиклем биш йыл буйына Башҡортостан Президенты Хакимиәтен етәкләй.
Красногорск — Мәскәү өлкәһендәге ҙур муниципалитеттарҙың береһе. Дәүләт власы органдарының бер өлөшө шунда урынлашҡан. 2016 йылдың 26 февралендә 2018 йылдан Красногорск Мәскәү өлкәһенең административ үҙәге буласаҡ тип иғлан ителде.
Теги:
кадрҙар
тәғәйенләүҙәр
Читайте нас