Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Ғинуар 2017, 10:13

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй»ҙең Юғары Советы составына һайланды

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Юғары Советы составына һайланды. 22 ғинуарҙа Мәскәүҙә үткән партия съезы делегаттарының тауыш биреү һөҙөмтәләре шундай.
Борис Грызлов «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары Советы рәйесе итеп һайланды. Шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй»ҙең XVI съезы делегаттары яңы биш йыллыҡҡа партия рәйесе итеп бер тауыштан Дмитрий Медведевты һайланы.
«Съезға яңы биш йыллыҡҡа партия рәйесен һайлау өсөн Дмитрий Анатольевич Медведевтың кандидатураһын индерәм... Ҡабул ителә», — тип белдерҙе Борис Грызлов.
Башҡортостандан тағы ла ике вәкил — партияның төбәк бүлексәһе секретары, республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачёв һәм Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев партияның Генераль Советы составына һайланды.
Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин партияның Үҙәк контроль комиссияһы составына инде.
Читайте нас