10:59 (UTC+5), 27 Декабря 2016

Төбәктә граждандарҙы 30 декабргә тиклем ҡабул итәсәктәр

Ғәлиә Нәбиева
Өфө, 2016 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Дәүләт Думаһы депутаттары уҙып барған йылда һуңғы тапҡыр граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығын башланы, уның сиктәрендә парламентарийҙар халыҡ, парламентарий активы менән осрашасаҡ, шулай уҡ граждандарҙы ҡабул итәсәк.
«Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары Рәмзил Ишһарин һәм Илдар Бикбаев граждандарҙы ҡабул итте.
«Мөрәжәғәт итеүҙәрҙең тематикаһы төрлө-төрлө, — тип билдәләне Рәмзил Ишһарин. — Күбеһенсә шәхси һорауҙар, эшкә урынлашыу проблемалары. Бер мәсьәләне урында тиерлек хәл итә алдыҡ. Предприятиеларҙың береһендә вакансия барлығын белә инем, ул кеше ҡабул итеү бүлмәһенән тура әңгәмәгә китте. Был төбәк аҙналығы район һәм ҡалаларға йөрөүҙән башланып китте, мин Күмертау һәм Мәләүез райондарында булып өлгөрҙөм. Унда кешеләр миңә төрлө үтенестәр менән мөрәжәғәт итте. Уларҙың күбеһен урындағы кимәлдә хәл итеп буласағына ышанам. Халыҡтың беҙгә ышаныуы, депутаттар менән туранан-тура аралашыуы ҡыуандыра. Уларҙың ышаныстарын аҡларға һәм ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ».
Һайлаусылар менән осрашыуҙы Илдар Бикбаев алып барҙы.
«Миңә мөрәжәғәт иткән граждандарҙың һорауҙары бер төрлө тематика менән генә сикләнеп ҡалмауы ҡыуандыра. Кешеләр проблемалар менән генә түгел, тәҡдимдәр менән дә мөрәжәғәт итә», — тине халыҡ һайланыусыһы.
Йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ағымдағы йылдың 30 декабренә тиклем ҡабул итеү планлаштырылған, тип хәбәр иттеләр партияның төбәк бүлексәһендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика