Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-16 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Сентябрь 2016, 13:23
Республика Дәүләт Йыйылышына яңы һайланған депутаттар парламент комитеттары составына инде
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 18 сентябрҙә үткән һайлауҙа еңеп сыҡҡан Евгений Семивеличенко һәм Раил Фәхретдинов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеттарына инде. Республика парламентының пленар ултырышында Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачёв депутат корпусын яңы коллегалары менән таныштырҙы.
Кандидаттар 2-се Инорс һәм 19-сы Нарыш һайлау округтары буйынса өҫтәмә рәүештә депутаттар һайлау йомғаҡтары буйынса иң күп тауыш йыйҙы. Шуға бәйле көн тәртибенә комитет составтарына яңы депутаттар индереүгә ҡағылышлы ҡарарҙың ике проекты инде. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарҙары нигеҙендә Евгений Семивеличенконы — Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты, Раил Фәхретдиновты Сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ комитеты составына индерергә тәҡдим ителде. Башланғыс хупланды. Константин Толкачёв депутаттарҙы ҡотлап, уңыштар теләне.
Теги:
депутаттар
башҡортостан дәүләт йыйылышы
Читайте нас