11:59 (UTC+5), 09 Августа 2016

Республикала ил субъекттары араһында тәүге тапҡыр битумға урындағы дәүләт стандарттары әҙерләнде

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда Рәсәй төбәктәре араһында тәүге тапҡыр битумға урындағы дәүләт стандарттары әҙерләнде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «Вечерняя Уфа» гәзитенә биргән интервьюһында ошо хаҡта һөйләне. Етештереүселәр сифатлы ингредиенттар сығарыуға етерлек иғтибар бүлмәй, яңы ҡулайламаларҙы сафҡа индереү ваҡытын 2018-2019 йылдарға күсерә.
«Әммә беҙ быға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Бына һеҙгә дәүләт стандарттары — һәйбәт битум, кешеләр интекмәһен өсөн һәйбәт ингредиенттар сығарығыҙ. Юлдар яҡшы булырға тейеш», — тине Рөстәм Хәмитов. Юл төҙөлөшө тармағындағы урлашыуҙы бөтөрөү мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Йыл һайын республика етәкселеге ҡала хеҙмәттәрен юлдарҙың торошо һәм хәүефһеҙлеге өсөн яуаплыраҡ булырға, юлсыларҙың эшенә етди иғтибар бирергә саҡыра. 1 июнгә властар Өфө һәм Өфө районы юлдарын төҙөкләндерҙе. Ләкин, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, әлегә тиклем байтаҡ эштәр башҡарылмаған.
«Өфөләр элеккесә юл хеҙмәте эшселәрен һәм власть структураларын тәнҡитләй. Ғәҙел тәнҡит, әлбиттә. Мин йыл һайын Салауат Юлаев проспектында ла барлыҡҡа килгән тәрән тәгәрмәс эҙҙәре тураһында һөйләп арыным. Өфө ихаталарында ла юл япмаһына бәйле хәл насар, — тине Рөстәм Хәмитов. — Шул уҡ ваҡытта беҙ ошо өлкәлә алға барабыҙ, юл япмаһының составына ингән ингредиенттарға яңы талаптар ҡуябыҙ. Ил субъекттары араһында тәүге тапҡыр битумға урындағы дәүләт стандарттарын әҙерләнек».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика