Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Май 2016, 15:56
Өфө — Ҡырым авиамаршруты финансланыусылар исемлегенә инде
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфө — Ҡырым авиамаршруты финансланыусылар исемлегенә инде. Рәсәй Хөкүмәте субсидияланасаҡ маршруттар исемлеген йәнә 15 ҡала менән тулыландырҙы. Өфөнән Симферополгә осҡан бер пассажирға субсидия күләме 2500 һум тәшкил итәсәк.
Шулай итеп, субсидияланасаҡ маршруттар һаны 58-гә еткерелде. Бындай рейстар 30 ноябргә тиклем башҡарыла. Элегерәк улар 31 октябрҙә үк тамамлана ине.
Субсидиялар «Транспорт системаһын үҫтереү» дәүләт программаһының «Гражданлыҡ авиацияһы һәм аэронавигация хеҙмәтләндереүе» ярҙамсы программаһы сиктәрендә бирелә. Был 23 йәшкә тиклемге, пенсия йәшендәге граждандарға, бала саҡтан II һәм III төркөм инвалидтарына, төрлө йәштәге I төркөм инвалидтарына һәм уларҙы оҙатыусы кешеләргә ҡағыла.
Теги:
ҡырым
субсидиялар
Читайте нас