ӨФӨ, 2016 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Эске хеҙмәт полковнигы Марат Латипов Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде. 8 мартта Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең интернеттағы рәсми порталында
баҫылған.