ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 9 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон менән
осрашты. Яҡтар иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек үҫеше мәсьәләләрен, шулай уҡ төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлектәрен тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.