Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Март 2015, 10:51

Башҡортостанда республика Хөкүмәтенең 2019 йылға тиклем Эшмәкәрлек программаһы тәҡдим ителде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 25 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәтенең 2019 йылға тиклем Эшмәкәрлек программаһы тәҡдим ителде.
— Һуңғы биш йылда беҙ һәйбәт эшләнек, — тип билдәләне төбәк Башлығы. — Бөтә йүнәлештәр буйынса ла һөҙөмтәләр яҡшы. Әгәр ҙә 2009 йылда республика ҡаҙнаһына 70 миллиард һумлыҡ һалым һәм һалым булмаған килем инһә, 2014 йылда иһә был һан 100 миллиард тәшкил иткән. Йәғни дүрт йыл эсендә Башҡортостандың бюджетына керемдәр 30 процентҡа артҡан.
Программаны әҙерләүгә Хөкүмәт Аппаратына ярты йыл самаһы ваҡыт бирелде.
— Алдағы биш йылға ҙур маҡсаттар ҡуйыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Һис шикһеҙ, иҡтисадтағы көрсөк күренештәре ҡаҙна килемен арттырырға булышлыҡ итмәй. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ эш темптарын кәметергә йыйынмайбыҙ. Хөкүмәт эшен дөрөҫ ойоштороу, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, ресурстарҙы экономиялау өлөшөндә резервтар бар.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов һүҙҙәренсә, Хөкүмәт эшмәкәрлегенең иҡтисади өлкәләге өҫтөнлөклө йүнәлештәре конкурентлы һәм инвестиция мөхитен булдырыуҙы, сәнәғәт, ауыл һәм урман хужалығы, ҡулланыусылар баҙары үҫешен, эшҡыуарлыҡ һәм туризмға булышлыҡ итеүҙе һәм башҡа йүнәлештәрҙе күҙ уңында тота. Уларҙы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә 2019 йылға тулайым төбәк продукты 1 триллион 863 миллиард һум тәшкил итергә тейеш.
— Ауыл хужалығында төп ауыл хужалығы продукцияһын етештереүгә өҫтөнлөк биреләсәк. Шул иҫәптән инвестиция эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһын сығарыуҙы арттырыу, эшкәртеүсе предприятиеларҙың үҫеше иҫәбенә. Бында импортты алмаштырыуға, хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына һәм кооперацияға булышлыҡ итеүгә лә иғтибар биреләсәк, — тип билдәләне Илшат Тажетдинов.
Программаның икенсе бүлеге инфраструктура һәм территориаль үҫешкә арналған. Хөкүмәттең төп көсөн дөйөм ҡулланыштағы автомобиль юлдарын яҡшыртыуға, авария осраҡтарын кәметеүгә, транспорт хеҙмәттәренең сифатын күтәреүгә йүнәлтергә тәҡдим ителә. Граждандарҙы иҫке торлаҡтан күсереү дауам итәсәк.
Программаның өсөнсө бүлеге хеҙмәт һәм мәшғүллек, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, халыҡҡа социаль ярҙам өлкәләрен үҙ эсенә алған кеше потенциалын үҫтереү буйынса саралар комплексын күҙ уңында тота.
Программаның һуңғы бүлегенә дәүләт идара итеү системаһын үҫтереү буйынса саралар ингән.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә 10 көн эсендә иҫкәрмәләрҙе иҫәпкә алып программаға төҙәтмәләр индерергә һәм уны ҡарауға тәҡдим итергә ҡушты.
Читайте нас: