Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Ноябрь 2014, 15:53

Башҡортостан Президенты: «Төньяҡ-көнсығыш буйынса махсус программа ҡабул иттек, инвесторҙар бында килә башланы»

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
БР Президентының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2014 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Үрге Ҡыйғы ауылында Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында ауыл биләмәләре башлыҡтары, Совет депутаттары һәм Ҡыйғы районы активтары менән осрашыу уҙғарҙы. Унда муниципалитеттың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре тикшерелде.
Республика башлығы сәнәғәт производствоһында ыңғай динамика күҙәтелеүен, әммә ауыл хужалығында айырым ҡаҙаныштар булмауын билдәләне. Мәҫәлән, быйыл Ҡыйғы хужалыҡтары йәмғеһе 12 берәмек техника һатып алған, ә күрше райондар ике-өс тапҡырға күберәк ала. Башлаусы фермерҙарға ярҙам итеү һәм һөт-тауар фермаларын модернизациялау программалары насар ғәмәлгә ашырыла.
- Намыҫлы аҡса эшләргә, һалымдар түләргә теләүсе урындағы эшҡыуарҙарға ярҙам итергә кәрәк. Һуңғы өс йылда дөйөм 7 миллион һумлыҡ бындай дәртләндереү саралары 57 эшҡыуарға күрһәтелгән, ә 120 эш урыны булдырып һәм 180-дән ашыу урынды һаҡлап ҡалып булған, – тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты район бюджетындағы үҙ табыштары өлөшөнөң түбән кимәленә лә иғтибар итте.
- Ни бары 22 процент, ә ауыл райондарында беҙҙең уртаса һан 30 самаһы. Табыш юҡ. Нимә эшләргә? Ауыл хужалығы, ит һәм һөт ризыҡтарын эшкәртеү, фермерлыҡ, бәләкәй һәм урта бизнес һәм башҡалар аңлашыла. Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар бар – бокситтар, доломит, ҡырсынташ, торф, ҡом-ҡырсынташ ҡатышмаһы, эсә торған һыу. Туристик мөмкинлектәр яҡшы ғына. 2-3 йыл элек был йүнәлештә хәрәкәт итеү кәрәклеге тураһында фекер алыштыҡ. Әлеге яҡшы йүнәлеш юҡ, – тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитовтың әйтеүенсә, райондағы демографик хәл дә шик уята. Һуңғы дүрт йылда район үҙәгендә тыуым 2,5 процентҡа кәмегән, ә үлем осраҡтары 5 процентҡа артҡан. Өс йылда райондан 3,8 мең кеше күсеп киткән, тик 2,8 мең килгән. Табиптар менән тәьмин ителгәнлек республикаға ҡарағанда ике тапҡырға түбәнерәк, 10 мең халыҡҡа 17 белгес.
Ҡыйғы районын үҫтереү потенциалын республика башлығы, атап әйткәндә, ауыл хужалығы продукцияһын һатыу баҙарын диверсификациялауҙа күрә.
- Һеҙҙең эргәлә – Силәбе өлкәһенең дөйөм 200-240 мең халҡы менән өс-дүрт ҡала. Улар беҙҙең Башҡортостан продукцияһы менән ҡыуанып файҙалана. Район башлығы ла бер нисә ауыл халҡының даими рәүештә үҙ шәхси ярҙамсы хужалыҡтарынан аҙыҡ-түлек йөрөтөп һатыуҙары хаҡында һөйләне. Һәр береһенә тиерлек айырым подъезд, фатир беркетелгән – аҙнаһына бер йә ике тапҡыр унда ҡаймаҡ, һөт, эремсек, йомортҡа һәм башҡа аҙыҡ-түлек алып барып һаталар. Баҙар бар, ҙур, ә беҙ але һаман райондағы эште яйға һала алмайбыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты республиканың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү сиктәрендә инвесторҙар инеү өсөн ҡаршылыҡтарҙың 100-ҙән 30 миллион һумға тиклем кәметеү тураһында ҡарар ҡабул ителеүен билдәләне. Ул ошо территорияла бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар булдыра.
- Төньяҡ-көнсығыш буйынса махсус программа ҡабул иттек. Йәғни инвестор бында килергә тейеш һәм ул асылда инә башланы. Балыҡсылыҡ, ағас эшкәртеү һәм тағы башҡа нәмәләр менән шөғөлләнергә теләүсе Силәбе инвесторҙары бар. Уларға ҡамасауламайбыҙ, зинһар, килегеҙ, беҙҙә бөтә нимә өсөн мөмкинлектәр бар. Был билдәле һөҙөмтәләр бирә, әммә беҙгә ҙур әйләнеш кәрәк. Динамика талап ителә. Төньяк-көнсығыштың аяҡҡа баҫыуы, бында яҡшы, уңышлы эш өлгәләренең булыуы мөһим, – тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.
Сығыштың тулы стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.
Читайте нас: