09:56 (UTC+5), 21 Ноября 2014

Рәсәйҙә тәрбиәләүҙе үҫтереү стратегияһы илдең күп милләтлелеген һәм күп конфессиялылығын иҫәпкә алырға тейеш – Лилиә Ғүмәрова

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова Рәсәй Федерацияһында Тәрбиәләүҙе үҫтереү стратегияһы проектына тәҡдимдәр индерҙе. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Рәсәй Федерацияһында Тәрбиәләүҙе үҫтереү стратегияһын әҙерләү буйынса комиссияһының сираттағы ултырышында үҙ инициативаларын белдерҙе, тип хәбәр итте сенатор ярҙамсыһы.
Стратегия Рәсәй дәүләтенең күп милләтлелеген һәм күп конфессиялылығын иҫәпкә алырға тейеш тип иҫәпләй сенатор. Шуның менән бәйле Лилиә Ғүмәрова шәхесте үҫтереү буйынса дәүләт сәйәсәте өҫтөнлөктәрендә, бөйөк рус теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеү менән бер рәттән, күп милләтле Рәсәй халҡының туған телдәрен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн шарттар булдырыуҙы нығытырға тәҡдим итте.
Бынан тыш, республиканан сенатор тиҙ рәнйей торған балалар категорияһына (инвалид, етем балалар) ҡағылған хәлде аныҡларға тәҡдим итте.
- Мөмкинлектәре сикләнгән һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға һәм өлкәндәргә ҡарата йәмғиәттә толерантлы һәм иғтибарлы мөнәсәбәт тәрбиәләргә кәрәк, — тип айырып әйтте сенатор.
Ултырышта ҡатнашыусылар ғаилә институтын артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән тәҡдимде хупланы. Сенаторҙың фекеренсә, ғаилә - ул йәмғиәтте тәрбиәләүҙең төп институты. Яуаплы ата-әсәлекте пропагандалау был процеста төп бурыстарҙың береһенә әйләнергә тейеш.
- Ғаиләлә йәшәү, балалар тәрбиәләү – ул бик модалы булыу тураһындағы идеяны таратырға тейешбеҙ, — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова.
Шул уҡ ваҡытта сенатор был процесҡа ата-әсәләр, уҡытыусылар берләшмәләрен, йәмәғәт ойошмаларын йәлеп итеп Стратегия проектын йәмғиәттә мотлаҡ киң тикшерергә кәрәк тип иҫәпләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика