Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.26
-0.03
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Ноябрь 2014, 09:59

Николай Патрушев: «Хоҡуҡ һаҡлау органдары урман тармағының коррупцияға бирелгәнлеген билдәләй»

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 11 ноябрҙә Өфөлә Рәсәй Именлек советы секретары Николай Патрушевтың һәм РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың күсмә кәңәшмәһе уҙҙы. Унда Волга буйы федераль округтары башлыҡтары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
Волга буйы федераль округында урман менән файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, урман сәнәғәте комплексы енәйәтселеген бөтөрөү, шулай уҡ төбәктәрҙә радиация, химик һәм биологик ғәскәрҙәр һәм халыҡ һағы системаһын камиллаштырыу буйынса өҫтәмә саралар мәсьәләләре фекер алышыу темаһы булды.
Николай Патрушев үҙ сығышында донъялағы бөтә урмандарҙың 20 проценттан ашыуы Рәсәйҙең өлөшөнә тура килеүен хәбәр итте. Шуның менән бергә был тәбиғәт ресурсы менән ҡулланыу һөҙөмтәләрен ҡәнәғәтләнерлек тип атап булмай.
- Урман менән файҙаланыу һөҙөмтәлелеге түбән булып ҡала. Рәсәй урман сәнәғәте комплексы күбеһенсә ағас әҙерләүгә һәм уны тәрән эшкәртеүһеҙ сит илдәргә сығарыуға йүнәлтелгән. Контролдең етерлек кимәлдә булмауы һөҙөмтәһендә был тармаҡта урманды законһыҙ киҫеү һәм йәшерен ағас әйләнеше «сәскә ата». Хоҡуҡ һаҡлау органдары урман тармағының, шулай уҡ урман менән файҙаланыуҙы контролдә тотоу һәм күҙәтеү өлкәһендә яуаплы булған кешеләрҙең коррупцияға бирелгәнлеген билдәләй, — тине Рәсәй Именлек советы секретары.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә ҡануни кимәлдә урман менән файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡи көйләүҙе камиллаштырыу буйынса саралар ҡабул ителә, урман сәнәғәте тармаҡтарын үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән маҡсатлы программалар әҙерләнгән. Әммә ҡайһы бер төбәктәр был проблема менән һөҙөмтәле шөғөлләнеп бармай.
- Урмандарҙы һаҡлау һәм яҡлау өлөшөндә түбән күрһәткестәр Пенза, Ырымбур, Түбәнге Новгород өлкәләрендә, Удмуртия Республикаһында билдәләнә. Һуңғы йылдарҙа урман ҡоролошо эштәре Мордовия Республикаһында, Һарытау һәм Һамар өлкәләрендә ғөмүмән уҙғарылмаған. Федерацияның Волга буйы федераль округындағы бер нисә субъектында «һоро» ағас менән контролһеҙ рәүештә тиерлек килешеүҙәр эшләнә. Шул уҡ ваҡытта төбәктәрҙә вазифалы кешеләрҙең шәхси яуаплылығы бындай эшмәкәрлектәре өсөн түбән ҡала. Милли байлығыбыҙҙы былай итеп таратыуға юл ҡуйырға ярамай, — тип айырып әйтте Николай Патрушев.
Рәсәй Именлек советы секретары шулай уҡ донъяла барған геосәйәси хәлдең илдәге радиация, химик һәм биологик һағының камиллаштырыуын талап итеүен билдәләй.
- Бер яҡтан, был проблема ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, атом энергияһын ҡулланыу объекттарында, химик йәки биологик хәүефле сараларҙа, шулай уҡ ҡурҡыныс йөктө ташығанда килеп сығыуы мөмкин булған техноген аварияларҙың һәм һәләкәттәрҙең эҙемтәләрен кәметеү мәсьәләләренә ҡағыла. Икенсе яҡтан, ул тулыһынса хәрби аспектҡа эйә, сөнки ядро һәм биологик ҡоралдың, уның өлөштәренең һәм доставкалау сараларының таралыуы кеүек хәрби хәүефһеҙлек ҡурҡынысын сағылдырыу менән бәйле, — тине Николай Патрушев.
Рәсәй Президентының Волга буйы Федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич урман тармағында енәйәтселекте бөтөрөү буйынса сараларҙың һөҙөмтәһен юғары баһаланы. Уның әйтеүе буйынса, урман менән файҙаланыу өлкәһендә асыҡланған енәйәт эштәренең иҫәбе күп тапҡырға ҡыҫҡарған.
- Иң мөһиме, ҡабул ителгән норматив-хоҡуҡи базалар нигеҙендә урманды иҫәптә тоторға, уны тергеҙергә, инвестиция килешеүҙәре, урман ҡулланыусылары менән ҡуртымға килешеүҙәр төҙөргә мөмкинлек биреүсе система булдырыла. Система был сәйәсәтте ғәмәлгә ашырыу өсөн башҡарма власть органдарына инструменттар бирә, — тип билдәләне Михаил Бабич.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шулай уҡ был өлкәлә республиканың динамикаһын ыңғай, әммә проблеманы тулыһынса хәл итеү өсөн тағы күп кенә нәмәләр эшләргә кәрәк тип иҫәпләй.
- Был эшмәкәрлек ҡарашынан урман диләнкәләренән башлап юғары кабинеттарға тиклем, икенсе йыл инде ошондай аныҡ һөҙөмтәләр күрһәтәбеҙ. Урман хужалығының бер нисә эре түрәһе эштән бушатылды, енәйәт эштәре асылды. Әммә был иң мөһиме түгел. Иң мөһиме – урмандарҙы әҙерәк урлай башланылар. Урманыбыҙҙы республиканан ситкә ташыусылар кәмене. Был тема, һис шикһеҙ, үҙенең хәл ителешен талап итә. Был юҫыҡта эштәр әле байтаҡ. Ысын тәртипкә килтереү өсөн беҙгә йыл-йыл ярым ваҡыт кәрәк, — тине республика башлығы.
Читайте нас: