Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
04:39 (UTC+5), 25 Августа 2014

Төбәк башлығы РФ Хөкүмәтенең ауыл хужалығы продукцияһын етештереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

Арина Рәхимҡолова
Рөстәм Хәмитов, Курск өлкәһендә Дмитрий Медведев рәйеслегендә үткән, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «2014 йылда ураҡ эштәрен үткәреү барышы һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу буйынса саралар тураһында»ғы мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты.
Көнбайыштың Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индереүенә яуап саралары күҙлегенән сығып илдең агросәнәғәт комплексы эштәренең перспективалары тикшерелде. Дмитрий Медведев агросәнәғәт комплексында айырыуса иғтибарҙы талап иткән өс йүнәлеште билдәләне. Уларҙың беренсеһе – орлоҡсолоҡ базаһын модернизациялау, ул илдә селекцияны тергеҙергә һәм импорт орлоҡтарҙы поставкалауҙан арынырға мөмкинлек бирәсәк. Икенсе йүнәлеш – баҡсасылыҡты һәм теплица йәшелсәселеген үҫтереү. Өсөнсө пункт – ауыл хужалығы продукцияларын һаҡлау өсөн логистик үҙәктәрҙе үҫтереү. Бынан тыш, РФ Хөкүмәте Рәйесе билдәләүенсә, һөт һәм ит етештереүҙе арттырыу буйынса яңы программалар кәрәк.
- Аграр секторҙың һөҙөмтәле эше – РФ Хөкүмәте һәм бөтә ил өсөн ҙур өҫтөнлөк ул, – тине Дмитрий Медведев. – Беҙҙең ауыл хужалығының үҙ үҫешендә сифатлы аҙым эшләү өсөн уникаль мөмкинселеге бар... Иң мөһиме, магазин кәштәләренең «Рәсәйҙә cыҡҡан» тип тамғаланған тауарҙар менән тулыуы.
Кәңәшмәлә әле илдә 66 миллион тонна иген йыйылыуы билдәләнде. Көҙгө баҫыу эштәренең тамамланыуына уңыш 100 миллион тоннанан артасаҡ тип күҙаллана. Ул ил ихтыяжын тәьмин итергә, һаҡлам тупларға һәм Рәсәй агросәнәғәт комплексының экспорт потенциалын арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика