Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Май 2014, 12:29
Республикала иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары тәғәйенләнде
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Лилиә Мәзитованы БР иҡтисади үҫеш
министрының беренсе урынбаҫары
итеп тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Лилиә Мәзитова 1958 йылда Өфөлә тыуған. Мәскәү технологик институтын «Иҡтисад һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу» һөнәре буйынса тамамлаған.
Төрлө йылдарҙа Мәскәү технологик институтының Өфө филиалында, Өфө технологик сервис институтында, Бөрө ҡалаһы һәм Бөрө районы хакимиәттәрендә эшләй.
2007 йылдан алып Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары вазифаһын биләй.
Автор:
Сергей Захаров
Теги:
кадрҙар тәғәйенләү
Читайте нас