Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Апрель 2014, 13:30

Санкциялар ил үҫешенә стимул булып тора ала – Башҡортостан Президенты

«Башинформ» агентлығынан Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында эфирға сыҡҡан, матбуғат конференцияһы барышында Башҡортостан Президенты, Украиналағы хәл сәбәпле Рәсәй Федерацияһына ҡарата Евросоюз һәм АҠШ ҡабул итергә планлаштырған санкциялар ил иҡтисады үҫешенә ыңғай тәьҫир итеүе ихтимал, тип фекерен белдерҙе. Республикаға тыйыу сараларының локаль тәьҫире тураһында һорауҙы «Республика Башкортостан» гәзите хәбәрсеһе Вячеслав Завьялов бирҙе.
- Санкциялар – ул сәйәси мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙа, ҡатмарлы сәйәси осорҙарҙы хәл итеүҙә файҙаланырлыҡ алым түгел, — тип яуапланы Рөстәм Хәмитов. — Ул ике яғы ла үткер ҡорал, әгәр санкциялар индерелһә беҙҙең илдән тыш башҡалар ҙа зыян күрәсәктәр. Рәсәй донъя иҡтисадына интеграцияланған, бөтә сауҙа мөнәсәбәттәренең тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыһы булып тора. Иҡтисади яҡтан Рәсәйгә ҡаршы теләһе ниндәй сикләү Европала ла, АҠШ-ла ла негатив эҙемтәләргә килтерәсәк. Бынан сығып, санкциялар индереү буйынса хәлдең үҫеше бөгөн бик хәрәкәтсән булып тормағанын күрәм. Эйе, әйтәләр, янайҙар. Бөгөн Обама яңы санкциялар пакеты тураһында һөйләне. Икенсе яҡтан, әгәр юғары технологик ҡорамалдар йәки беҙҙең сеймалды, материалдарҙы һатыуҙа сикләүҙәр өлөшөндә нимәлер үҙгәрһә – ер шары ҙур, илдәр күп. Берәүҙәр алмаһа, икенселәр аласаҡ. Европанан тыш, Көнсығыш һәм башҡа уҙаҡташтар бар, улар бик тә тыныс эшләй һәм беҙҙең менән эшләүҙе дауам итәсәк.
Икенсе. Беҙ, бер һүҙһеҙ, республикабыҙ сәнәғәтенә ҡарата санкциялар нимә янаясағын ҡараныҡ. Нефть-химияһы һәм нефть эшкәртеү, тауар етештереү ҡарашынан, күпселек осраҡта – был тармаҡтар үҙебеҙҙең Рәсәй реагенттарында, ҡорамалдарында эшләй һәм сит илгә сығарыуҙан тормай.
Машиналар эшләү – унда хәл насарыраҡ. Сөнки бер нисә завод яуаплы деталдәр һәм узелдар етештереү өсөн уникаль ҡорамалдарҙы файҙалана. Әммә шул уҡ ваҡытта станок эшләү заводтары бар, улар бөгөн яҡшы продукция сығара, бәлки, иң юғары кимәл булмаһа ла, әммә етерлек кимәлдә алмаштыра алырлыҡты.
Медицина ҡорамалдары алыу. Бөгөн был өлөштә диверсификация башланды. Бер төркөм Рәсәй предприятиелары медицина үҙәктәре өсөн етерлек лайыҡлы аппараттар һәм ҡорамалдар тәҡдим итә. Моғайын, бөгөн эмиссия томографтарына тура алмаш юҡтыр, уларҙы сит илдән күпләп ала инек, әммә предприятиелар быға оҡшашты етештерә алыр тип ышанам. Бынан тыш, иҡтисад – бөкө тығып унан бер нимә лә сыға алмаҫлыҡ герметик һауыт түгел. Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләүсе бөр төркөм илдәр бар, ҡорамалдарҙы өсөнсө, дүртенсе илдәр аша ла алып була. Шуға күрә санкциялар – сәйәси проблемаларҙы хәл итергә маташыуҙарҙа иң уйһыҙ юл. Килешергә, бер-береңде ишетергә һәм тыңларға кәрәк. Һөйләшеү һәм фекер алышыу зарур, илебеҙҙе бер яҡлы ғына ғәйепләү булмаҫҡа тейеш.
Санкциялар – ул Рәсәй Федерацияһы үҫеше өсөн бәлки стимул да. Һәм, моғайын, шулай булыр ҙа. Советтар Союзы тимер ҡорған төшкән саҡта ла үҙ үҫешенең иң юғары темптарын күрһәтте. Бәлки, беҙ бөтә нәмәлә лә уңышлы булманыҡ, әммә шул уҡ ваҡытта атом энергетикаһы, космос, иң юғары кимәлдәге ҡоралланыу, технологиялар һәм бөгөн булмаған күп нәмәләр булды. Был юҫыҡта санкциялар сәнғәт үҫешенең һәм производствоһының стимуляторы, катализаторы ролен уйнауы ихтимал. Ҡайһы бер производствола эшләүселәр әйтә: әгәр санкциялар булмаһа, уларҙы уйлап табырға кәрәк. Башҡа тармаҡтарҙа миһырбанлыҡ та, тотҡарлыҡ та, даими рәүештә импортҡа иҫәп тотоу. Йәшәрбеҙ – күрербеҙ. Сәнәғәт производствоһы ҡарашынан әле барған хәлгә бөтөнләй тыныс ҡарайым.
Әгәр иҫәп карталарының йөрөүө менән бәйле банктар өлкәһендә мәсьәләләр булһа, ниндәйҙер кимәлдә ауырлыҡтар килеп тыуыуы ихтимал. Әммә был беҙҙең бөтә нәмәләлә теҙгендә барырға һәм шунда уҡ баш бирергә кәрәклеген аңлатмай. Әлбиттә, юҡ. Ахыр сиктә ниндәйҙер ваҡыт түҙеп торорға ла була. Бөгөн ил үҫеше, уның киләсәге ҡыл өҫтөндә икәнленген кешеләргә аңлатырға, һөйләргә кәрәк. Ҡайһы бер осраҡтарҙы мобилизациялау кәрәк буласаҡ.
Республикабыҙ нефть-химияһына була күп профилле. Ул беҙҙе яҡлай – яғыулыҡтар, майҙар, сәнәғәтебеҙ менән сығарылған күп нәмәләре илгә генә түгел, ә донъяға ла кәрәк, тимәк был ҡараштан барыһы ла яҡшы буласаҡ.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: