05:48 (UTC+5), 29 Апрель 2014

Рөстәм Хәмитов: «Ҡырымдың иҡтисадын күтәреү өсөн кәмендә биш йыл кәрәк буласаҡ»

Розалия Вәлиева
- Ҡырымда тормош яйға һалынһын өсөн ваҡыт кәрәк. Ҡырым Рәсәй Федерацияһының көслө, үҙ аллы субъекты булһын өсөн кәмендә биш йыл кәрәк буласаҡ, — тине Башҡортостан Республикаһы Президенты 28 апрелдә матбуғат конференцияһы барышында.
- Үткән аҙнала Ҡырымда булдым, Ҡырым Хөкүмәте менән үҙ-ара килешеп эш итеү Башҡортостан яғынан ярҙам күрһәтеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, Белогорск районы властары менән килешеү – был районда башҡарыласаҡ эштәрҙең исемлеге менән ентекле документ төҙөлдө. Бынан тыш, республикабыҙҙың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Ҡырымдың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы килешеүгә ҡул ҡуйҙылар.
Кешеләр ҡатмарлы шарттарҙа лайыҡлы торорға тырыша, шул уҡ ваҡытта Ҡырымда тормоштоң бик үк бай булмағанлығы күренеп тора: һаулыҡ һаҡлауҙа һәм мәғарифта уртаса эш хаҡы 6-7 мең һум. Ҡырымда йәшәгән халыҡҡа Украина власының иғтибар итмәгәнлеге күренеп тора. Диңгеҙгә сығыу юлы булмаған материк өлөшө элек һәр саҡ ауыл хужалығы келәте булған, иген, ит, һөт етештергән, күп майлы культуралар – роза, шалфей, лаванда үҫтергән. Был үҙенсәлекле хужалыҡтар булған – ундайҙар Европала булмаған. Әммә бөгөн бөтә нәмә юҡҡа сыҡҡан. Виноград, алма баҡсалары юҡ, Советтар Союзы дәүере кимәленән тик 30 процент майҙаны ғына эшкәртелә. Һис шикһеҙ, кешеләр ҡатмарлы иҡтисады шарттарға килеп эләккән – сәнәғәт, агросәнәғәт производствоһы юҡ, власть инфраструктура менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итмәгән, һыу менән тәьмин итеү ҡатмарлыҡтары бар – һыу тәүлегенә бер тапҡыр ғына бирелгән ауыл биләмәләре бар. Юлдар насар, энергия ресурстары менән ауыр, газ ғөмүмән юҡ.
Ҡырым – Рәсәй Федерацияһының субъекты, уларға икеләтә ауыр – Рәсәй закондарына яңынан өйрәнергә, РФ норматив киңлегендә нисек эшләүҙе аңларға, федераль программаларҙа ҡатнашыу өсөн нисек заявкалар биреүҙе асыҡларға кәрәк. Коллегаларыбыҙҙы бөтә тармаҡтарҙа – нисек документтар менән эшләүҙе өйрәтергә кәрәк, беҙ шуның менән шөғөлләнергә йыйынабыҙ ҙа.
Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан тотош Ҡырымдың, атап әйткәндә, Белогорск районының иҡтисадын тергеҙеүгә үҙенә тулыһынса яуаплылыҡ алмай, тип билдәләне.
- Беҙ ярҙам итәсәкбеҙ, кешеләрҙе өйрәтәсәкбеҙ, булышлыҡ итәсәкбеҙ, бюджет өлкәһендә эшләүселәр өсөн квалификацияларҙы күтәреү курстарын үткәрәсәкбеҙ, был беҙҙең төп ярҙам буласаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беренсе сираттағы мөһим мәсьәләләр ҙә бар – балалар баҡсаларының, мәктәптәрҙең, дауаханаларҙың, социаль учреждениеларҙың ҡышҡылыҡҡа әҙер булмауҙары – ә биш айҙан ҡыш киләсәк. Кешеләрҙең йорттарҙы буржуйкалар менән йылытҡан осраҡтары ла бар, йәғни электр энергияһы йылытыуға китә, янғындар күп. Ҡырым-татар халыҡтарының ҡыйынлыҡтары килеп тыуҙы, 10-15 йыл элек улар ҡайта башланы һәм ерҙәр етмәү мәсьәләһенә юлыҡты. Ҡасабаларҙы газ да, һыу ҙа, электр энергияһы ла булмаған буш яландарҙа төҙөргә тура килде, уларҙың мәсьәләләрен бер кем дә хәл итмәгән. Уларҙы хәл итергә тура киләсәк, үҙебеҙ өсөн Ҡырымда башҡарасаҡ тәү сираттағы эштәрҙең теҙмәһен билдәләнек. Был эште атҡарасаҡбыҙ, иң мөһиме – район иҡтисады терелһен, элек эшләгән предприятиелар аяҡҡа баҫһын өсөн кешеләрҙе эшләргә өйрәтергә кәрәк. Инвесторҙарҙы, Ҡырымда эшләйәсәк кешеләрҙе күмәкләп эҙләйәсәкбеҙ, Белогорск районында газ үткәреү өсөн «Газпром» менән бергәләп эшләйәсәкбеҙ, коллегаларыбыҙға һәр йортҡа һыу үткәргесен күтәреү яғынан ярҙам итәсәкбеҙ.
Кешеләр беҙҙе дәртләнеп ҡаршы алды. Улар Рәсәйҙең ярҙам итеүенә ышана. Беҙ был эште мотлаҡ үтәргә тейеш. Башҡортостан – ҡеүәтле субъект, Ҡырымдың бер районына ғәҙәти тормошто төҙөүҙә ярҙам итеү өсөн мөмкинлектәр ҙә көс тә бар. Һис шикһеҙ, журналистар корпусының, волонтерҙарҙың, вайымлы кешеләрҙең ярҙамы кәрәк, һүҙ матди ярҙам тураһында ғына бармай, ә әхлаҡи тураһында ла, ул шулай уҡ мөһим.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика