Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Апрель 2014, 11:53

Өфөлә донъя энергетикаһы мәсьәләләрен һәм Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексы үҫешенең сценарийын тикшерҙеләр

Мәскәүҙең «Сколково» идара мәктәбе һәм «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең асыҡ семинары кесе йома Өфөлә уҙҙы. Сарала ҡатнашыусылар донъя энергетикаһының глобаль трендтарын һәм Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексы үҫешенең сценарийын тикшерҙе.
Семинарҙы асыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Александр Корсик һәм Мәскәүҙең «Сколково» идара мәктәбе Андрей Шаронов ҡатнашты.
Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы республика Президенты Рөстәм Хәмитов сәләмләне:
- Иҡтисадта булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ оптимизм менән тулы, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итә алырыбыҙҙы аңлайбыҙ һәм беләбеҙ. Беҙгә, атап әйткәндә, нефть-газ тармағында иҡтисад сәйәсәтен нисек ҡороуҙа эксперт берләшмәһенең фекере мөһим. Нефть сығарыуҙың һандары һуңғы өс-дүрт йылда арта бара, был беҙҙе ҡыуандыра. «Башнефттең» эшләү осоронда ер аҫтынан бөтәһе 1,5 миллиард тонна нефть сығарылған. «Башнефттең» заводтарында ғына йылына 20 миллион тонналап эшкәртелә. Башҡортостандың нефть-газ-химия комплексы үҙ ваҡытында кластер булараҡ ойошторола: предприятиеларҙы сеймал сылбырҙары берләштерә, байтаҡ сикләмәләр була. Һуңғы йылдарҙа нимәнелер юғалттыҡ. Беҙгә санкциялар һәм язалар менән янағанда, яңы сәйәсәт шарттарында был технологик сылбырҙарҙы тергеҙеү мәсьәләһен тикшерергә кәрәк. Был беҙҙең өсөн РФ субъекты булараҡ мөһим. Беҙҙең хәл итергә кәрәк мөһим мәсьәләләр бар: кеше башына бюджет тәьминәте юғары түгел, бөтә кимәлдәргә 500 миллиард һум һалымды беҙҙең республика етештерә, ә бюджетта 125 миллиард һум ҡала. Дәүләттең үҙенең мәсьәләләре, проблемалары күп булғаны, федераль бюджеттан ресурстар алыуҙың ҡатмарлы булыуы аңлашылып та тора, беҙгә үҙебеҙҙең матди һәм етештереү базаһын нығытырға кәрәк, химия комплексы предприятиеларының үҫеше кәрәк.
«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Александр Корсик әйтеүенсә, Өфөлә асыҡ семинарҙың маҡсаты – энергетика тармағына бәйле булған, донъяла барған хәл тураһында һөйләшеү.
- Бөгөн бында ҡатнашҡан, «Сколково» етәкселәре киң белемгә эйә, — тип билдәләне Александр Корсик. — «Сколково» менән бер нисә йыл дауамында эшләйбеҙ: заводтарыбыҙҙы модернизациялау программаһын әҙерләгән, һалым системаһын анализлаған, үҫеш прогноздары буйынса консультация алған саҡтан. Семинарҙа фекерҙәр менән асыҡ алмашырға, артабан ҡайҙа йүнәлергә кәрәклеген аңларға, шулай уҡ конкуренттарҙың нимә эшләгәне менән «Башнефттең» нимә эшләгәнен сағыштырырға иҫәпләйбеҙ.
Власть менән бизнестың үҙ-ара йоғонто яһауы тураһында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов, ҡайһы бер предприятиелар «коммерция серенә» һылтанып, үҙенең үҫеш пландарын йәшерә, тип билдәләне.
- Үҫештә ниндәй коммерция сере булыуы мөмкин? — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙ власть булараҡ, өс-биш йылдан һуң һалымдар менән нимә булырын, ниндәй предприятиелар барлыҡҡа киләсәген, күпме эш урындары асыласағын, предприятиеларҙан административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү өсөн, нимә эшләргә кәрәклеген аңларға тейеш. «Башнефть» бәйләнешкә бара, предприятиеның пландары тураһында беләбеҙ. Беҙгә власть менән бизнестың үҙ-ара килешеп эш итеүен көсәйтеү варианттарын ҡарарға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта властың бизнес өҫтөндә өҫтөн булырға теләге юҡ, совет осорона ҡайтыу һәм план күрһәткестәрен формалаштырыу өлөшөндә лә бер ниндәй ҙә пландары юҡ. Әммә бизнес-планды, предприятиеның үҫеш стратегияларын ҡороу буйынса уртаҡ эш, властың был процестарҙа ҡатнашыуы зарур. Әлеге ваҡытта йыш ҡына хәҙерге ысынбарлыҡтан сығып тарҡау эшләйбеҙ, ә бизнес властың нимә ҡайғыртыуы тураһында белмәй.
Беренсе квартал йомғаҡтары буйынса Башҡортостан предприятиелары сәнәғәт производствоһы индексының кәмеүен күрһәтте.
- Башҡортостанда предприятиелар туҡтаманы, беҙ 600-ләгән төр продукция сығарабыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Бындай субъекттар Рәсәй Федерацияһында ни бары дүрт йәки биш. Икенсе кварталда хәл яҡшырыр: миҙгеллек тәьҫир итте, тип уйлайым. Әммә беҙгә артабан да нисек үҫешеүҙе асыҡларға кәрәк. Ҡарарҙар ҡабул итеү мотлаҡ.
Автор:Розалия Вәлиева
Читайте нас: