Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Апрель 2014, 17:48

Александр Васильев республиканың иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Александр Васильевты республиканың иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Ул 1971 йылда Архангель районында тыуған. Өфө авиация институтын һәм Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын тамамлаған. Һалым хеҙмәтендә төрлө вазифаларҙа, «БТА Банк» яуаплылығы сиклән йәмғиәтенең өҫтәмә офисында идара итеүсе булып эшләй, «АФ Банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары менән клиенттар хеҙмәтләндереүҙе камиллаштыра, Өфөлә «КИТ Финанс Инвестиционный банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең кредит-касса офисы менән етәкселек итә, иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары һәм БР Территориаль үҫеш буйынса агентлыҡтың етәксеһе була.
Автор: Сергей Захаров
Читайте нас