Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Март 2014, 19:34

Республиканың закон сығарыусылары етем балалар хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса саралар тәҡдим итте

Андрей Старостин
Андрей Старостин
Етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса ҡануни сараларҙың бер төркөмөн Рәсәйҙең Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдары Ассоциацияһы ултырышында республика парламенты спикеры Константин Толкачев уҡып ишеттерҙе. БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе бөгөнгө ысынбарлыҡ артынан ҡайһы саҡ өлгөрмәгән ҡануниәттең етешһеҙлектәрен атаны. Башҡортостан Республикаһы һәм Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре тәжрибәһе хоҡуҡи базаны камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә мөмкинлек бирҙе.
Атап әйткәндә, закон сығарыусылар ғаиләнең ағзалары иҫәбенән торған һәм йәшәү минимумына бәйле булмаған иҡтисади тотороҡлолоҡтоң критерийҙарын һәм стандарттарын әҙерләү. Бындай саралар ҡатмарлы тормош шарттарында ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса масштаблы программаларҙы тормошҡа ашырырға бирәсәк.
Икенсе тәҡдим проблемалы ғаиләләргә иртә ҡыҫылыш методикаһы, балаға ярҙам итеү генә түгел, ә ғаиләне ғәҙәти тормошҡа ҡайтарыу менән бәйле. Республика парламентарийҙары баланы тартып алыуға тиклем алдан социаль-реабилитация эшен үткәреүҙе, шул иҫәптән ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеүҙе уларҙы ошо осорға сикләү мөмкинлеген иҫәпкә алып күҙ уңында тотоуҙы ҡануни мөмкин тип иҫәпләй.
Тағы ла бер инициатива ата-әсә йөкләмәләрен үтәмәү өсөн мәжбүри эш рәүешендә язаны күҙаллай, ә штраф түгел. Был осраҡта ҙур ихтималлыҡ кимәле менән бындай хоҡуҡ боҙоуҙар рецидивтарының кәмеүен көтөргә кәрәк.
Константин Толкачев балаларҙы ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса ата-әсәләрҙең үҙ бурыстарын үтәмәүҙәре тураһында мәғлүмәтте опека һәм попечителлек органдарына ваҡытында еткермәгән мәктәпкәсә, дөйөм белем биреү, дауалау учреждениелары яуаплы кешеләренең һәм граждандарҙың яуаплылығын көсәйтергә тәҡдим итте.
Ултырышта төбәктең әле булған тәжрибәһен иҫәпкә алып етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль-психологик оҙатыу, юридик консультациялау, торлаҡ менән тәьмин итеү, һөнәри белем алыу һәм эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тотҡан интернаттан һуң оҙатыу тураһында федераль законды башлап ебәрергә тәҡдим иттеләр.
Халыҡ тарафынан һайланған кешеләр уллыҡҡа алыу процедураһы өсөн дөйөм максималь срокты ҡануни ҡарарға кәрәк, тип иҫәпләй. Бынан тыш, яҡын туғандары, уларҙың бәлиғ булыуы, эшкә яраҡлылығы һәм баланы уллыҡҡа алыу теләге булған осраҡта уларға балалыҡҡа алыуҙа өҫтөнлөктәр бирелеүе, уның процедураһы максималь ябайлаштырыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта етемдәрҙең артабанғы яҙмышын контролдә тоторға, улар ғаиләлә ысынлап та туған һәм көтөп алынған балалар булырлыҡ ғаиләләргә бирелһен өсөн бөтә шарттар булдырырға кәрәк.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: