Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
15:57 (UTC+5), 18 Марта 2014

Рөстәм Хәмитов: «Рәсәй составына Ҡырым һәм Севастополде ҡабул итеү тураһында ҡарар Рәсәй дәүләтселеге үҫешендә яңы бит аса»

"Башинформ"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы составына Ҡырым һәм Севастополдең инеүенә комментарий бирҙе.
«Бөгөн беҙҙең күҙ алдында тарихи ваҡиға – Рәсәй Федерацияһы составына үҙ аллы субъекттар сифатында Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы ҡабул ителде. Һәм Башҡортостанда меңләгән кеше, һис шикһеҙ, был ҡарарҙы хуплай».
Республика башлығы билдәләүенсә, «беҙҙең республика Федерация субъекттары араһында беренселәрҙән булып Ҡырым халҡына улар өсөн ауыр һәм һынылыш ваҡытта ярҙам күрһәтеүе тураһында белдерҙе. Беҙҙең күптәнге бәйләнештәр уртаҡ тарих ебенә теҙелгән. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Башҡортостан һәм Украина халыҡтары араһында ҡаҡшамаҫ бәйләнештәр тураһында, шулай уҡ фашизм өҫтөндә Бөйөк Еңеүгә ҙур уртаҡ өлөш тураһында, яугирҙарҙың «Яуҙарҙа тыуған дуҫлыҡ» хаты һаҡланған.
Рәсәй составына Ҡырым һәм Севастополде ҡабул итеү тураһында ҡарар Рәсәй дәүләтселеге үҫешендә яңы бит аса. Ил Президенты үҙ сығышында был сәбәп буйынса бөтә һорауҙарға, шул иҫәптән Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәт оппоненттарының килеп сыҡҡанына ла бик нигеҙле яуап бирҙе. Губернаторҙар корпусының бөтә вәкилдәре дәүләт башлығы әйткән һәр һүҙҙе берҙәм тауыш менән хупланы. Беҙ Рәсәй Федерацияһы субъекттары рәтенә Ҡырымды һәм Севастополде ҡабул итеү тураһында ҡарарҙы ҙур дәрт менән ҡабул итәбеҙ һәм ҡайтарылған Рәсәй территорияһында ғәҙәти тормошто яйға һалыуҙа ватандаштарыбыҙға артабан да әүҙем ярҙам итергә әҙербеҙ».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика