Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
-0.23
98.03
-0.69
89.29
+0.18
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Февраль 2014, 12:05

Рөстәм Хәмитов РФ Дәүләт Советы президиумының ултырышында ҡатнашты

17 февралдә Череповецта (Вологда өлкәһе) Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президенты Владимир Путин уҙғарған, ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ өлкәһендә дәүләт сәйәсәте мәсьәләләре буйынса Дәүләт советы президиумының ултырышында ҡатнашты. Ултырыш барышында, атап әйткәндә, Рәсәй Федерацияһы Президентының майҙағы указдарында тейешле положениеларҙың үтәлеше тикшерелде.
Ултырышты асып, Владимир Путин, «тыуымды үҫтереү, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау, ғаилә институтын нығытыу өсөн шарттар булдырыу – ул Рәсәйҙең өҫтөнлөклө социаль бурысы. Улар хәҙерге һәм киләсәк дәүләтебеҙ өсөн мөһим әһәмиәткә эйә һәм бөтә кимәл власть органдарының да, йәмғиәттең дә, граждандарҙың да системалы, килешелгән эшен, берҙәм маҡсат һәм уларҙың үтәлешенә аныҡ, аңлайышлы критерийҙары булған эште талап итә», тип билдәләне.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Хөкүмәте ғаилә сәйәсәте концепцияһы өҫтөндә эшләй.
- Был өлкәлә дәүләттең төп маҡсаты – тотороҡло ғаилә именлеге өсөн шарттар булдырыу, — тине Владимир Путин. — Ул тотош бер төркөм факторҙарҙан тора: тәү сиратта ғаилә килеменән, торлаҡ шарттарынан, мәғариф һәм медицина хеҙмәттәре сифатының асыҡлығынан, балаларҙың һәм өлкәндәрҙең физик һәм әхлаҡи тәрбиәһенән һәм башҡа бик күп шарттарҙан.
Был принцип, Рәсәй Президенты фекеренсә, концепция һәм дәүләт тарафынан уҙғарылған ғаилә сәйәсәте нигеҙенә ятырға тейеш.
- Бының өсөн ғаилә сәйәсәте векторын үҙен күп яҡтан үҙгәртергә кәрәк. Әлегә тиклем ул күбеһенсә ауыр тормош шарттарында ҡалған һәм социаль яҡлауҙа мохтаждарға хәстәрлек күреү яғына йүнәлтелгәйне. Һис шикһеҙ, был бик мөһим һәм бындай эш дауам ителергә тейеш һәм дауам ителәсәк. Әммә дәүләт ябай, ғәҙәти Рәсәй ғаиләһенең дә тормош кимәлен һәм сифатын һәм уның йәмәғәт абруйын үҫтереү өсөн шарттар булдырырға тейеш.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урындар етмәү мәсьәләһе лә тикшерелде.
- Бөгөн яслелә миллион ярымдан ашыу бала мохтаж, — тине Владимир Путин. — Өс йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса системаны үҫтерергә кәрәк.
Өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн балалар баҡсаларында урындарға ҡағылышлы, Рәсәй Президенты, тотош ил буйынса мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 425 мең бала сиратта тора, тип билдәләне.
- Сират кәмей, әммә теләгәнсә тиҙ генә түгел, тик мәсьәлә барыбер хәл ителә, — тине Владимир Путин.
Ғаилә именлеге һәм социаль етемлек проблемаһына ҡағылып, ил Президенты, Рәсәйҙә йыл һайын 51 мең тирәһе ата-әсә хоҡуҡтарҙа сикләнә йәки ғөмүмән мәхрүм ителә һәм 62 мең самаһы бала ата-әсәһе имен булғанда етемгә әйләнә, тип билдәләне.
Ултырышта балалы ғаиләләргә ярҙам итеү өлкәһендә эшләүсе коммерцияһы булмаған ойошмаларҙың мөһим роле баһаланды.
Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында һәм ҡалаларында балалар баҡсаларына сиратты нисек бөтөрөүгә өлгәшеп булыуы тураһында журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, Рөстәм Хәмитов, 2010 йылда уҡ, был мәсьәләнең бөтә ҙурлығын аңлап, республикала яңы балалар баҡсалары төҙөү буйынса ҙур программа башланыҡ, тип һөйләне. 2011 йылда мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары һалыу өсөн биш миллиард һум самаһы йүнәлттек. 2012-2013 йылдарҙа был программаны дауам иттек, тик бындай уҡ күләмдә түгел. Шуға ҡарамаҫтан өс йыл эсендә республикала балалар баҡсаларына сиратты өс тапҡырға тиерлек кәметеп булды. Республиканың бер нисә ҡалаһында һәм районында, мәҫәлән Салауатта, сират юҡ. Ишембайҙа ла юҡ. Ул яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары төҙөлөшөн күпләп финанслау һөҙөмтәһе.
- Беҙ балаларҙы балалар баҡсаларының альтернатива варианттарын: шәхси балалар баҡсалары, тулы көн булмаған балалар баҡсаларын, ойоштороу менән шөғөлләндек. Мәҙәниәт йорттарында, мәктәптәрҙең буш кластарында махсус төркөмдәр астыҡ. Ҙур системалы эш алып барҙыҡ. Йыл-йыл ярымдан өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн балалар баҡсаларына сираттар бөтөр тип ышанабыҙ. Был системалы эш, әйтеп үтергә ҡәрәк, арзан түгел – байтаҡ финанстар йүнәлтелгән. Тик шулай итеп кенә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сиратты бөтөрөп булыуын аңлайбыҙ, — тине республика башлығы.
Был мәсьәләлә шәхси капитал ярҙамына ҡағылғанда, Рөстәм Хәмитов, был өлкәгә ҙур теләк менән бармайҙар, тип билдәләне.
- Шәхси балалар баҡсалары бар, әммә улар күп түгел – бөтә республикаға бер нисә тиҫтә. Киреһенсә дәүләт балалар баҡсалары – 1,5-2 мең. Нисек шәхси эшҡыуарҙы балалар учреждениеларына йәлеп итеү – был, һис шикһеҙ, проблема. Беҙ ташламалар булдырырға тырышабыҙ. Шәхси эшҡыуарҙарға яңы төҙөлгән балалар баҡсалары биналарын биреп ҡараныҡ, хатта был осраҡта ла килмәйҙәр. Күрәһең, был шундай нескә өлкә, унда иң тәүҙә бюджет финанслауына өмөтләнәләр. Үҙебеҙҙә булған тәжрибә күрһәтеүенсә, шәхси эшҡыуарҙар әлеге был проблеманы хәл итергә әҙер түгел һәм ул беҙгә уны хәл итмәйәсәк. Бөгөн балалар баҡсалары – ул дәүләттең,бюджет финанслауының өҫтөнлөгө, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Президенты.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: