04:05 (UTC+5), 05 Февраль 2014

Республиканың йәш парламентарийҙары Европа Советынан тәжрибә үҙләштерә

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы ағзаһы Таһир Ғизәтуллин, Страсбургта үткән, Рәсәй һәм БДБ илдәренең йәш парламентарийҙары һәм йәштәр лидерҙары өсөн семинар эшендә ҡатнашты. Ҡатнашыусылар һәм эксперттар Европа советының структураһы һәм принциптары менән танышҡан, Европа Советы парламентарийҙар ассамблеяһы етәкселеге менән осрашҡан, уҡытыу семинарҙарында, тренингтарҙа һәм оҫталыҡ-кластарында ҡатнашҡан.
- Беҙҙең йәштәрҙең проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн Европа йәштәр фондынан грант финанслауҙы йәлеп итеү өсөн мөмкинлектәр ҡараясаҡбыҙ, шулай уҡ Европа Союзының йәштәр сәйәсәте департаменты менән үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу механизмдарын билдәләйәсәкбеҙ. Бынан тыш, Йәштәр йәмәғәт палатаһы өсөн палатаның элекке етәкселәре башлаған Рәсәйҙең йәштәр парламенттары араһында бәйләнештәр һәм үҙ-ара эшмәкәрлекте нығытыу, булдырыу юлын дауам итеү мөһим, — тип комментарий бирҙе Таһир Ғизәтуллин.
Шулай уҡ программа сиктәрендә йәштәр семинарында ҡатнашыусылар Европа Советы парламентарийҙар ассамблеяһында Рәсәй делегацияһы ағзалары менән осрашты, улар араһында – Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Әнүәр Мәхмүтов. Парламентарий Таһир Ғизәтуллин менән БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр Палатаһы һәм Дәүләт Думаһының Халыҡ-ара эштәр буйынса комитетының артабан бергә хеҙмәттәшлек итеүе тураһында килеште.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика