05:03 (UTC+5), 19 Декабря 2013

Рөстәм Хәмитов: «Конституция – ул дәүләтебеҙҙең хоҡуҡи нигеҙе»

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларының 20 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты, ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда үтте. Республика етәксеһе сарала ҡатнашыусыларҙы юбилей датаһы менән ҡотланы, Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
- Конституция – ул хоҡуҡи фундамент һәм каркас, уларҙа, образлы әйткәндә, дәүләтебеҙ бинаһының хоҡуҡи һәм норматив документтар формаһында тиҫтәләгән мең элементтарҙан һалынған стеналары тора. Бындай һыналған юридик конструкцияһыҙ дәүләт тә, сәйәси институттар ҙа, йәмғиәт тә йәшәй алмай.
Яңы Конституция хәҙерге Рәсәй федерализмының нигеҙе булып тора. Уның принциптары һәм положениелары бөтә ғәмәлдәге хоҡуҡ һәм ҡануниәт системаһы өсөн мөһим роль уйнай. 1993 йылғы Конституция хәҙерге донъяның иң ҙур федератив дәүләте өсөн берләштереүсе башланғыс булды. Территорияһы буйынса ғына түгел, ә төрлө социаль-иҡтисади хәлдәге, үҙ милли һәм мәҙәни һыҙаттары булған субъекттар иҫәбе буйынса ла, — тине Рөстәм Хәмитов.
1993 йылда ҡабул ителгән Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы «төбәгебеҙҙең дәүләт-хоҡуҡи, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫеш йүнәлешен билдәләне», тине республика башлығы.
- Бөгөн Төп закондың иҡтисади роле үҫә бара. Төп закондың нормалары һәм принциптары власть органдарының мөһим иҡтисади ҡарарҙар ҡабул итеүен билдәләй, һәм ошо моделде эксперттар «конституция иҡтисады» тигән яңы термин менән атаны.
Милекселәрҙең, иҡтисад майҙанындағы башҡа субъекттарҙың хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары иҡтисад өлкәһендә мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе статьяларҙың төп нигеҙе булып тора. Конституция шәхси, дәүләт, муниципаль һәм башҡа милекселек формаларын тигеҙ яҡлай. Ошо положениелар нигеҙендә беҙ иҡтисадыбыҙҙы, хәҙерге заман иҡтисадын яңыртыу өсөн ныҡлы ҡануниәт базаһы булдырҙыҡ. Инвесторҙар өсөн етди льготалар билдәләнек. Хәҙер ике тиҫтәләп яңыртылған инвестиция закондары һәм норматив хоҡуҡи акттар уларҙың мәнфәғәтен яҡлай. Был беҙгә иҡтисадыбыҙҙың перспективалы «үҫеш нөктәләрен» һалырға мөмкинселек бирҙе.
Шул уҡ ваҡытта беҙҙең өсөн иҡтисади үҫеш – үҙмаҡсат түгел, ә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, халҡыбыҙҙың тормош сифатын яҡшыртыу өсөн сара, нигеҙ. Лайыҡлы тормош һәм кешенең ирекле үҫеше – власть мәрхәмәте түгел, ә граждандарҙың конституцион хоҡуғы. Беҙҙең сәйәсәт ғаиләләргә һөҙөмтәле ярҙам итеүгә, әсәлек һәм балалыҡты яҡлауға, өлкән быуынға ярҙам итеүгә, белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлауҙы, мәҙәниәт һәм спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән. Беҙҙең бурыс – артабан да конституциябыҙҙың төп принциптарын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика