Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Ноябрь 2013, 12:32
Башҡортостан Финанс министрлығында – яңы урынбаҫар
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Илдар Байбулатовты Башҡортостан финанс министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, хәҙер финанс министрлығы башлығының алты урынбаҫары бар.
Илдар Зинур улы Байбулатов 1974 йылда Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Төрлө йылдарҙа Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығында әйҙәүсе белгес, БР Министрҙар Кабинетында Эштәр менән идара итеү бүлегендә әйҙәүсе белгес, БР Хөкүмәте аппаратында баш белгес, бүлек мөдире, республиканың милек мөнәсәбәттәре министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостандың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды генераль директоры булып эшләй.
Автор:
Сергей Захаров
Теги:
бр президенты
кадрҙар тәғәйенләү
Читайте нас