Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Сентябрь 2013, 12:45
Республика Президенты Бөрө халҡын юбилей менән ҡотланы
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөрө ҡалаһына 350 йыл тулыу уңайынан ойошторолған тантаналы сараларҙа ҡатнашты.
— Мин бында иң яҡшы, матур, күркәм Бөрө ҡалаһын юбилей менән ҡотлау маҡсатында килдем. Был ҙур тарихлы изге ҡала. Ул барлыҡ эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса ҙур уңыштарға өлгәшкән, - тине Башҡортостан Президенты, ҡала халҡына мөрәжәғәт итеп.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ҡаланы үҫтереү өсөн, бында яңы сәнәғәт объекттарын төҙөргә, эш урындарын булдырырға кәрәк.
— Әммә был иң мөһиме түгел. Тәү сиратта, ҡала йәшәү өсөн уңайлы, матур булырға тейеш. Бында һәр ваҡыт тыныслыҡ та, эш һәм ял итеү өсөн урындар ҙа булыуын халыҡ белһен. Бөрөлә барыһы ла яҡшы һәм гармониялы булырға тейеш, - тип билдәләне республика башлығы.
Президент ҡаланың төрлө брендтарын әҙерләү тураһында һөйләне. Уларҙың береһе - «Бөрө – тәмле ҡала».
— Был ҡалала «тәмле» йәшәргә – яҡшы эшләргә, үҙеңде яҡшы тойорға була. Барыбыҙға ла бындай идеяларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләп ҡарарға тәҡдим итәм, - тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов Бөрө халҡына.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, ҡалаға тейешле ярҙам күрһәтеләсәк.
— Һуңғы ике йыл эсендә Бөрөнө үҫтереү йәһәтенән ярайһы уҡ алға киттек: яңы бассейн төҙөлдө, спорт ҡоролмалары эшләй. Быйыл заманса кинотеатр асыласаҡ, Изге Троицк сиркәүе яңыртыла, - тип һөйләне төбәк башлығы. – Алда беҙҙе тағы ла яҡшыраҡ, ҙурыраҡ уңыштар көтә. Тик бының өсөн киләсәккә ышанған позитив кеше булырға кәрәк.
Сара барышында Рөстәм Хәмитов ҡаланың лайыҡлы граждандарына наградалар тапшырҙы.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
бр президенты
юбилейҙар
Читайте нас